Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2019, 04:00

“ТЕАТР – ӨЙӨБӨҘ ҘӘ, КӨЙӨБӨҘ ҘӘ”

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе береһенән-береһе сағыуыраҡ яңылыҡ менән хайран итеүҙән туҡтамай. Улар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Табыштары ла бәҫле.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе береһенән-береһе сағыуыраҡ яңылыҡ менән хайран итеүҙән туҡтамай. Улар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Табыштары ла бәҫле. Мюзикл булһынмы, йәки билдәле романды сәхнәгә ҡуйһындармы, йәиһә халҡыбыҙҙың үлмәҫ ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итһендәрме. Бөтәһен дә булдыралар. Һәм ошо яңылыҡтары менән Ишембай тамашасыларын да таныштырып торалар. Һуңғы ара-ла күршеләребеҙ бер-бер артлы ике премьера менән һөйөндөргәйне, һәм, ниһайәт, 18 мартта театр коллективы Мөхәмәтша Буранғоловтың данлыҡлы “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһын алып килә беҙгә. Спектаклдә төп ролдәрҙә яҡташыбыҙ, Биксән ауылы егете, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфир БАЙМЫРҘИН менән коллективтың йәнә лә бер елле актеры - Ишембай кейәүе Рафиҡ ХӘСӘНОВ уйнай.

Улар - икеһе ике төрлө, бөтөнләй бер-береһен ҡабатламаған ике актер. Илфир шаян холоҡло, киң күңелле, дәртле, ихлас булһа, Рафиҡ баҫалҡы, төплө фекерле, уҡымышлы, тапҡыр һүҙле булыуы менән айырылып тора. Ләкин уларҙы бер нәмә бәйләй, ул да булһа – театрға булған оло һөйөү. Тамаша алдынан егеттәрҙе үҙебеҙҙең редакцияға саҡырып, сер-ле лә, ымһындырғыс та сәхнә тормошо тураһында фекер алыштыҡ.


Берлинды алғандай булдым!

- Илфир, һөйләшеүҙе һинән башлайыҡ әле. Бынан бер нисә йыл элек ошондай уҡ әңгәмә ваҡытында һин, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға ингән ваҡытыңды хәтерләп, ул саҡ үҙемде Берлинды алғандай хис иттем, тигәйнең. Был тойғо әле лә йәшәйме һиндә?


- Әлбиттә. Сәхнәгә сыҡҡан һайын үҙемде Берлинды алғандай хис итәм (рәхәтләнеп көлә). Ә инде шул йылдарға әйләнеп ҡайтҡанда, теләһәм-теләмәһәм дә әртис булмай булдыра алмағанмындыр ул. Беҙ уҡыған заманда Биксән мәктәбенең данлыҡлы “Һәләүек” фольклор ансамбле бар ине бит. Ҡурайсылар, ҡубыҙсылар, мадолинасылар, гармунсылар беҙҙә ине инде ул саҡта. Йыр уҡытыусыбыҙ Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин күптәребеҙҙең рухи остазы булды. Ҡайҙа ғына сығыш яһамай торғайныҡ: районда ла, республика бәйгеләрендә лә. Шулай ҙа, мәктәпте бөткәс, физкультура институтына барғы килә ине, ләкин уҡытыусым мине сәнғәт юлынан китергә күндерҙе. Баш ҡалаға им-тихандар бирергә киткәндә бөтә күрше-күлән тигәндәй оҙатты. Бибинур, Рәйсә, Зөләйха, Хөрмә инәйҙәр: “Һин беҙҙең беренсе әртис, илла уҡырға кермәй ҡайтма”, - тип әйтеп ҡалдылар. Имтихан биреп сыҡҡан һайын ошо инәйҙәремдең һүҙҙәре мине сәмләндереп торҙо. Ә уҡырға ингәс, ысынлап та, Берлинды алғандай ҡайтып керҙем ауылға. Бына күрегеҙ: әртис ҡайтты, йәнәһе лә...

- Рафиҡ, әллә һин дә ауылығыҙҙың берҙән-бер әртисеме?

- Тап шулай. Тик мин Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылыныҡы (көлә). Ләкин Илфир һымаҡ мәктәптә улай уҡ әүҙем булманым, 11-се класта ғына беренсе тапҡыр сәхнәгә сығып йырланым.


Ҡан үҙенекен итәлер инде, атайымдың бер туған ҡустылары - ҡурайсылар, апайҙарым, һеңлеләрем - бейеүселәр, ҡумыҙсылар. Хәсәновтарҙың 70 кешенән торған ғаилә халыҡ ансамбле лә бар, 2008 йылда улар Мәскәүҙән алтын миҙал да алып ҡайтты.

Шулай ҙа мәктәптән һуң туп-тура сәнғәт институтына барманым, ә Стәрлетамаҡ педагогия институтына киттем. Конкурстан үтмәй ҡайтҡас, бер йыл Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда эшләнем. Ундағы халыҡ театры етәксеһе “актерлыҡҡа бар”, тип тыҡый торғас, үҙем дә был хаҡта уйлана башлағайным инде. Әмәлгә ҡалғандай, 1996 йылда Гөлли Мөбәрәкова өҫтәмә курс йыя тигән иғлан күреп ҡалдым да Өфө дәүләт сәнғәт институтына, театр факультетының актерҙар бүлегенә уҡырға инеп киттем.

- Һин бит әле беҙҙең Ишембай халыҡ театрында ла эшләп алдың?

- Эйе, диплом алғас, өс йыл Сибай театрында, 2003-2004 йылдарҙа Ишембай халыҡ театрында уйнаным, хәҙер инде 15 йыл Стәрлетамаҡта ижад итәм.

- Егеттәр, ә һеҙҙең өсөн нимә ул театр?

Илфир Баймырҙин:

Театр ул – беҙҙең өйөбөҙ ҙә, көйөбөҙ ҙә. Беҙ бер бөтөн һымаҡ, бергә тын алабыҙ. Ул сирләһә беҙ ҙә сирләйбеҙ, ул күтәрелештә булһа, беҙ ҙә яңы һулыш алып, яңы дәрт, яңы көс менән ижад итәбеҙ.


Рафиҡ Хәсәнов:

- Театрҙың үҙ ҡанундары бар, уға ғына хас эске тормо-шо, ағышы бар. Шуға театр донъяһына уны яратҡандар ғына инеп китә ала. Осраҡлы кеше оҙаҡ тормай.

Илфир Баймырҙин:

- Бәлки кемгәлер актерлыҡ хобби ғыналыр, сәхнәгә сығып уйнаның, шаршау ябылды, һәм һин бөтә нәмәнән азат. Ә бына һин ысын актер икәнһең, мәрхүм Азамат ағай Хәлилов әйтмешләй, хатта әбрәкәйҙә ултырғанда ла образың өҫтөндә уйланаһың. Урам буйындамы, ялда-мы, тәүлек әйләнәһенә шуның менән йәшәйһең.


Рафиҡ Хәсәнов:


- Ул һинең менән өйөңә лә эйәреп ҡайта, оҙаҡ ҡына ҡабырсыҡтан сығармай йонсота.


- Һәм һәр актер күңеленең түрендә теге йәки был геройҙы уйнау хыялын йөрөтә. Шулаймы?

Илфир Баймырҙин:


- Ана шул хыял алға этәрә, эҙләнергә мәжбүр итә лә инде. Ә шулай ҙа һинең ниндәй роль уйнауың мөһим түгел, минеңсә, ҙурмы ул, бәләкәйме, һин уны халыҡсан итеп, онотолоп китеп уйнарға тейешһең. Юғиһә, төп ге-рой булып та иғтибарҙан ситтә ҡалыуың ихтимал, шул уҡ ваҡытта спектакль барышында күренеп кенә ҡалһаң да, тамашасы күңеленә мәңгегә инеп ултырыуың бар.



«Ваша жена только что ушла», - тиҙәр

- Һеҙ икегеҙ ҙә әлегә тиклем башлыса ғашиҡ егеттәр образын уйнанығыҙ, партнерығыҙ ҙа икегеҙгә уртаҡ - театрҙың иң һөйкөмлө, иң сибәр, һәләтле актрисаларының береһе – Резеда Әмәкәсова. Кәләштәрегеҙ көнләшмәйме һуң үҙегеҙҙе?

Илфир Баймырҙин:

- Юҡ, минең ҡатын сәнғәттән бөтөнләй йыраҡ кеше булһа ла, хәлемде аңлай, Аллаға шөкөр (көлә). Медицина хеҙмәткәре ул, хәҙер инде 20 йыл бергә ғүмер итәбеҙ, 19, 17 йәшлек ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Ғаиләңдә аңлау бар икән, актер өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ. Кинәнеп, йөҙөп йөрөп ижад итәм, бының өсөн ҡатыныма рәхмәтлемен.


Рафиҡ Хәсәнов:

- Әйткәндәй, беҙ Резеда менән бер йортта, хатта бер подъезда йәшәйбеҙ. Тамашасылар беҙҙе ирле-ҡатынлы, тип, оҙаҡ белә алмай «йонсоно». Бер мәл, эштән ҡайтҡанда, подъезд әбейҙәре: «Ваша жена толь-ко что ушла», - тиҙәр. Инһәм, кәләшем өйҙә ултыра. Баҡтиһәң, Резеданың сығып киткәнен күргәндәр икән! Ундай осраҡтар күп булды инде (көлә).

Ҡатынымдан мин дә бик уңдым, Светлана менән Өфөлә уҡығанда Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда танышҡайныҡ (кемдәрҙе генә таныштырып, ҡауыштырмаған икән был майҙан!), хәҙер ғаилә ҡорғаныбыҙға ла 18 йыл булып киткән. Өс балабыҙ бар. Өлкән улым Арыҫлан Ишембай нефть колледжында уҡый, Айсулпан ҡыҙым мәктәпкә йөрөй, Рамазан быйыл уҡырға төшә.


Илфир Баймырҙин:

- Шулай, Рафиҡ, малайҙарың үксәңә баҫып килә, ғашиҡ егеттәр образын уйнау йәшенән сығып барабыҙ. Элекке кеүек сәхнәлә һикереп йөрөү ҙә ауырайта баш-ланы (көлә).


Былай коллективыбыҙ йәшәреп тора. 2008 йылда театрыбыҙға бер төркөм йәштәр гөрләшеп килеп кергәйне, үҙҙәре менән яңылыҡ, йәшлек дәрте алып килгәйнеләр. Былтыр ҙа һәләтле ҡыҙҙар-егеттәр менән тулыландыҡ.



“Ашҡаҙар”ҙы күрмәй ҡалмағыҙ!

- Әйҙәгеҙ, хәҙер “Ашҡаҙар” спектакле тураһында һөйләшәйек. Ни өсөн ул “Буранғолов. Ашҡаҙар” тип атала?

Рафиҡ Хәсәнов:


- Был беҙҙең театрҙа һуңғы ваҡытта ижад ителгән яңы сәхнә әҫәрҙәренең береһе. Ул республиканың 100 йыллығына һәм яҙмышы быуат тарихына торошло башҡорттоң бөйөк улы, әҙәбиәтебеҙ классигы, шағир, драматург, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың ты-уыуына 130 йыл тулыуға арнала.

Белеүегеҙсә, башҡорт театрына нигеҙ 1919 йылда Стәрлетамаҡта һалынған һәм Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар»ы унда ҡуйылған тәүге спектаклдәрҙең береһе булған. Был драманы 100 йылдан һуң күреү һәм тарихҡа байҡау яһау һәр беребеҙ өсөн мотлаҡ. Режиссерыбыҙ Зиннур Сөләймәновҡа тиклем уны ошоғаса бер кем дә сәхнәгә ҡуйманы. Зиннур Фәрит улы, тап ошо әҫәрҙе һайлап, отолманы, спектакль ҙур уңыш ҡаҙанды. Был аҙнала өфөләр алдында сығыш яһаныҡ, улар ҙа беҙҙе дәррәү алҡыштарға күмде. Музыкаль драмала документаль мәлдәр ҙә, фольклор ҙа күп. Спектакль өҫтөндә балетмейстер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, рәссам Лилиә Сөләймәнова эшләне. Унда театрыбыҙҙың тотош труппаһы ҡатнаша.


- Ә төп ролдәрҙә...


Илфир Баймырҙин:

- Резеда Әмәкәсова менән мин, Буранғолов ролен Рафиҡ Хәсәнов башҡара.


- Әлеге лә баяғы - өс мөйөш. Өс йондоҙ! Быға шатланырға ғына ҡала, егеттәр! Бөгөн һеҙҙең сәхнәлә ныҡлы баҫып, емертеп эшләй торған сағығыҙ, тамашасыларҙың һөйөүенә төрөнгән сағығыҙ! Киләсәктә лә шулай илһамланып, ҡолас йәйеп ижад итергә, тағы ла ҙурыраҡ исемдәр алырға яҙһын. Һеҙ быға лайыҡһығыҙ.

Ә инде республикабыҙҙың мәҙәни тормошона һәр ваҡыттағыса яңы һулыш алып килгән, үҙенсәлекле әҫәрҙәр тәҡдим итеп, заман менән бергә атлаған Стәрлетамаҡ театрына “Афарин!” тип әйтеүҙән башҡа һүҙ юҡ.





Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.


Читайте нас: