Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2019, 04:00

Айрат ЗИННӘТОВ:“Йәш ҡыҙҙарҙы концертыма саҡырам!”

Ишембай сәнғәте күгендә сағыу йондоҙҙар үҙҙәренең балҡыштары менән беҙҙе һөйөндөрөп тора. Йәш йырсылар Рәфис Ишбаевтың, Ильяс Кинйәғоловтың сығыштарын хәҙер һәр кемебеҙ көтөп ала, улар йырлаған йырҙар күңелгә йыуаныс, рәхәтлек бирә, илһам өҫтәй. Бөгөн ошо исемлеккә Айрат Зиннәтов өҫтәлде.

Ишембай сәнғәте күгендә сағыу йондоҙҙар үҙҙәренең балҡыштары менән беҙҙе һөйөндөрөп тора. Йәш йырсылар Рәфис Ишбаевтың, Ильяс Кинйәғоловтың сығыштарын хәҙер һәр кемебеҙ көтөп ала, улар йырлаған йырҙар күңелгә йыуаныс, рәхәтлек бирә, илһам өҫтәй. Бөгөн ошо исемлеккә Айрат Зиннәтов өҫтәлде.


Моңло тауышы, сәхнәлә үҙен тотошо, ихласлығы, ябайлығы менән бик тиҙ әсир итте егет тамашасыларын. Уның йырҙарын төрлө йәштәгеләр ярата. Айрат тураһында күберәк белергә теләп, йәше-ҡартынан редакцияға хаттар килә башланы. Кем ул, ҡайҙан, өйләнгәнме, юҡмы тигән һорауҙар һаман яуып тора.


Шуға күрә ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға булып, йәш йырсының үҙен редакцияға саҡырҙыҡ. Тәүге һорауыбыҙ ҙа, хөрмәтле тамашасылар, һеҙҙеке.

- Айрат, беҙҙең яҡтарға ҡайҙан килеп сыҡтың? Үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып кит әле!

- Иҙел Нурғәлин менән Башҡортостан буйлап концерттар ҡуйып йөрөгәндә Ишембайға ла төштө юлыбыҙ. Һеҙҙең райондың кешеләренә, матур тәбиғәтенә мин, ысынлап та, ғашиҡ булдым. Яңынан әйләнеп килергә форсат тыуғас та, икеләнмәйенсә, ошо гүзәл яҡты һайланым. Әлеге ваҡытта ҡалалағы нефть колледжында педагог-ойоштороусы булып эшләйем. Вокал бүлеген алып барам. Йырларға яратҡан студенттар менән эшләүе бигерәк күңелле.


- Был тиклем дә моңло егет ҡайһы яҡтарҙа тыуған икән?

- Әбйәлил районының Буранғол ауылынан мин. Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә йырлай. Мәрхүм атайым да халыҡ йырҙарын иҫ киткес итеп йырлай ине, өләсәйем дә йырсы минең. 11 класты тыуған ауылымда тамамланым. 2011 йылда Өфөләге сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Вәхит Хызыров класында уҡыу бәхете тейҙе миңә. Ул миңә ҙур сәнғәткә сығырға ярҙам итте. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уҡыуымды дауам иттем. Әле ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөйөм. Шул уҡ ваҡытта нефть колледжы студентымын да. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит. Бәлки, киләсәктә уҡыған һөнәрем буйынса эшләргә лә тура килер.


- Эшең дә бик күп, район буйлап гастролдәргә лә йөрөйһөң. Халыҡ һине нисек ҡабул итә?

- Әлеге ваҡытта райондың 15 ауылында булырға өлгөрҙөм. Халыҡ һәр сығышымды көслө алҡыштарға күмә. Ауылда халыҡ ихлас, дәртле. Шулай булғас, нисек йырламай түҙәһең инде! ”Абаға сәскәһе”, “Йәшлегемдә һине һөйҙөм”, “Күҙҙәреңдең наҙы” исемле йырҙарҙы йырлағанда тамашасы үҙе лә ҡушыла.

- Репертуарыңда тағы ла ниндәй йырҙар бар?

- Күңелгә ятышлы ретро йырҙарҙы яратам. Уларҙың һүҙҙәре лә мәғәнәле, көйө лә моңло, тамашасының күңеленә лә тиҙ үтеп инә.


- Редакцияға күберәген һине һорап йәш ҡыҙҙар шылтырата, өйләнгәнме-юҡмы, тип һорайҙар.

- Матур ҡыҙҙарға серемде лә сисергә әҙермен. Буйҙаҡмын, әлегә тормош һуҡмаҡтарынан етәкләшеп үтерҙәй ҡыҙ осратманым.

- Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?


- Март аҙаҡтарына тиклем район буйлап сәфәрем дауам итә. Ә 17 апрелдә ҡала мәҙәниәт һарайында “Һөйөү кәрәк” исемле ҙур концерт программаһы менән тамашасылар алдында сығыш яһаясаҡмын.

- Уңыштар һиңә, Айрат! Киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе яуларға насип булһын!





Фото: Айрат Зиннәтовтың архивынан.


Читайте нас: