Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Март 2019, 04:00

Эй, дәртле инәйҙәребеҙ!

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре китапханала "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" тигән сара үткәрҙе. Уны ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Динара Ибраһимова ҡотлау менән асып ебәрҙе.

7 мартта Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре китапханала "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" тигән сара үткәрҙе.

Уны ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Динара Ибраһимова ҡотлау менән асып ебәрҙе.

Байрам сәйе табынында апайҙар әсәйҙәргә арналған шиғырҙар уҡынылар, йырҙар йырланылар, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар. Әсәйҙар тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе, сәскәләргә арналған ҡатын-ҡыҙҙар исемдәрен, йырҙарҙы иҫкә төшөрҙөләр. "Яҙ, байрам, ҡояш, әсәй" һүҙҙәре ҡушып дүрт юллыҡ шиғыр яҙыу конкурсында һәр команданың да шиғырҙары берҙәй яҡшы булды, айырып баһа ла биреп булманы.




Читайте нас: