Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март 2019, 04:00

Гүзәл заттар өсөн матур кисә үтте

Яңы Һәйет ауыл клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған бик матур сара уҙҙы. Ағинәйҙәр менән йәштәр командаларға бүленешеп, үҙ-ара көс һынашты.

Яңы Һәйет ауыл клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған бик матур сара уҙҙы. Ағинәйҙәр менән йәштәр командаларға бүленешеп, үҙ-ара көс һынашты.

Театр йылына бағышлап Ағинәйҙәр командаһы Ф.Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй" пьессаһынан өҙөк күрһәтте. Рольдәрҙе шул тиклем йөрәккә үтерлек оҫта башҡарҙылар инәйҙәребеҙ. Бала-саға командаһы Т.Ғәрипованың "Китмәгеҙ торналар" спектакеленән өҙөк күрһәтте. Эскелек проблемаһын сағылдырған йән әсетерлек күренеште йәш килендәребеҙ шул тиклем оҫта башҡарҙылар, залдағы халыҡ тыныс ҡарай алманы, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәне.


Йырҙа ла, бейеүҙә лә, модала ла, көләмәстәрҙә лә, төрлө уйындарҙа ла ал бирмәне Яңы Һәйет ҡатын-ҡыҙҙары. Ә иң мөһиме - дуҫлыҡ еңде!



Фото: автор.


Читайте нас: