Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Март 2019, 04:00

Майлы ҡоймаҡ эсеңде тишмәҫ

10 мартта ҡалабыҙҙа Ҡоймаҡ байрамы (Масленица) үтәсәк.

10 мартта ҡалабыҙҙа Ҡоймаҡ байрамы (Масленица) үтәсәк.

Ленин проспекты буйлап Ағиҙел ярына төшөү урыны былтыр “Ҡулайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса төҙөкләндерелгәндән һуң ҡалала йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүерелде.


Уның ҙур байрамдар үткәреү майҙаны булараҡ ҡулланылыуына ла ғәжәпләнергә түгел. 10 март, йәкшәмбе көн, тәмләп, майлап ҡоймаҡ ашағығыҙ килһә, тап бына ошондә рәхим итегеҙ! Ҡышты оҙатыуға арналған байрам программаһында төрлө уйындар, йыр-бейеү ҡаралған. 8 Март байрамы бүләк иткән оҙайлы ялды бергәләп, күңелле итеп үткәреп ебәрәйек!



Фото: Яңы Әптек ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.


Читайте нас: