Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2019, 04:00

Кескәйҙәргә бергә күңелле

Әхмәр мәҙәниәт йортонда беренсе класс уҡыусылары өсөн "Беҙгә бергә күңелле" исемле уйын ойошторолдо. "Бөркөттәр" һәм "Аҡсәскә" командалары үҙ-ара ярышты. Эй сәмләнеп, тырышып ҡатнашты балалар!

Әхмәр мәҙәниәт йортонда беренсе класс уҡыусылары өсөн "Беҙгә бергә күңелле" исемле уйын ойошторолдо. "Бөркөттәр" һәм "Аҡсәскә" командалары үҙ-ара ярышты. Эй сәмләнеп, тырышып ҡатнашты балалар!

Нимә генә эшләмәне улар: яулыҡ ябынып, алъяпҡыс кейеп йүгереү, әсәйгә ярҙам итеүҙе сәхнәләштереү, малайҙарға прическа яһау һәм башҡалар. Бик күңелле итеп ял итте уҡыусылар!

Класс етәкселәре Гөлнара Хәмитйән ҡыҙы уларға күстәнәс тә әҙерләгәйне. Балалар уҡытыусыларына рәхмәт әйттеп, матур итеп байрам менән дә ҡотланылар.





Читайте нас: