Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2019, 04:00

“Урал батыр” вариҫтарын йыя

4 мартта Маҡарҙа “Урал батыр” эпосына арналған ҙур сара үтә.

4 мартта Маҡарҙа “Урал батыр” эпосына арналған ҙур сара үтә.


Маҡар мәктәбе коллективының изге ниәтен ағинәйҙәр ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берҙәм күтәреп алған.


- Сараны халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылған рухи мираҫын - “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы итеп кенә түгел, ә үҙ асылыбыҙҙы иҫкә төшөргән милли байрам кимәлендә үткәрергә ниәт, - ти Маҡар мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллина. – Өфөнән билдәле ғалимдар, фольклорсылар килә, эпо-сты яттан һөйләүселәр, мөнәжәтселәр, фольклор коллективтары сығыштары менән бергә милли спорт уйында-ры ла буласаҡ. Ҡарҙа көрәш, уҡ атыу турнирҙарында төрлө йәштәгеләр ҡатнашыр, тип ышанабыҙ.


Ҙур байрам уңайынан, ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп, ауылдаштары, район ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләүсе Мәрйәм Солтанова ҡорбан салдырта. Оло-кесеһе сара аҙағында ҡорбан ашынан ауыҙ итә аласаҡ. Ҡолғона мәктәбенән уҡыусылар автобус менән килергә йыйынған, райондың башҡа ауылдарынан да ҡатнашырға теләк белдергәндәр. Маҡарҙар ниәт иткән рухлы сара район кимәлендәге йола булып етешһен, тип теләйбеҙ. Байрам ауылдың Мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.






Сәлимә КИНЙӘБАЕВА.


Читайте нас: