Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2019, 04:00

Башҡорт ғаиләләрен ҙурланыҡ

Һайран ауылы мәҙәниәт йортонда "Ғаилә - туған тел һаҡсыһы", "Ғаиләм - ҡәлғәм", "Ғаилә - бәләкәй "дәүләт" темаларына арналған кисә үтте.

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө


Яҙҙың тәүге көнө - тереклҽеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә зәм-зәм һыуҙары һипкәндәй, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын.

Һайран ауылы мәҙәниәт йортонда "Ғаилә - туған тел һаҡсыһы", "Ғаиләм - ҡәлғәм", "Ғаилә - бәләкәй "дәүләт" темаларына арналған кисә үтте. Уны "Алтын тирмә" телетапшырыуы форматында ойошторҙоҡ. Өсәр кешенән торған ике команда ярышты. "Зәйтүнгөл" һәм "Сулпылар" кем уҙарҙан мауыҡтырғыс викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Кисә өҫтәл артында тәмле сәй менән тамамланды.






Читайте нас: