Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль 2019, 04:00

Көслө заттарҙы тәбрикләнек

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ишембайҙа күләмле саралар үтте. “Ҡайғылы Әсә” һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң, ҡала мәҙәниәт һарайында тантана-лы йыйылыш уҙғарылды.

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ишембайҙа күләмле саралар үтте. “Ҡайғылы Әсә” һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң, ҡала мәҙәниәт һарайында тантана-лы йыйылыш уҙғарылды.


Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов, Ишембай районы һәм ҡалаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин, Ватан һаҡсыларын байрам менән ҡотлап, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының йәш быуынға өлгө булыуын билдәләне һәм, иң мөһиме, ер йөҙөндә бер ҡасан да һуғыш булмаһын тигән теләктәрен белдерҙе.

Ҡотлау һүҙҙәрен Ишембай сәнғәт оҫталарының концерт номерҙары алмаштырҙы. Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегәндәге “Берғамыт”, “Алтынай” бейеү ансамблдәренең дәртле сығыштары, Ишембай нефть колледжының вокал коллективы, Башҡорт кадет корпусы егеттәренең патриотик йырҙары байрамға килеүселәрҙең күңелдәренә дәрт һәм илһам бирҙе.



Фото: автор.


Читайте нас: