Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2019, 04:00

Ил һағында тора һалдат

23 февралдә Этҡол мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Ил һағында тора һалдат" тип аталған йәштәр араһында ярыш-уйын үтте. Үҙ-ара Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары, Аҙнай-Уразбай ауылдары һәм Этҡол йәштәре командалары ҡатнашты.

Егеттәр үҙ көстәрен төрлө һынауҙарҙа һынап ҡараны. Ярыш аҙағында иң-иңдәрҙе билдәләнек. Уразбайҙан Рәсим Ғәббәсов менән Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы Заһир Үмәрбаев герҙе иң күп күтәреүсе булып сыҡтылар. Автоматты һүтеп-йыйыуҙа Этҡол мәктәбе уҡыусыһы Мәхмүтов Фәрит иң отҡоро булды.

Ярыштан һуң һәр команда төрлө номинаяциларҙа билдәләнде: Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары - "Иң отҡор", Аҙнай-Уразбай ауылдары - "Иң экстремаль", Этҡол йәштәре "Иң ҡыйыу" исемен алды. Командалар грамота һәм бүләктәр менән бүләкләнделәр.

Читайте нас: