Ышандырҙы Илнур Атйетәров! Икенсе планда уйнаған ғағауз ҡарттары һуң! Ни тиклем ихласлыҡ, олпатлылыҡ һәм ябайлыҡ! Тамашаның декорацияһы, кейемдәр ҙә үҙенсәлекле, ә тауыш фоны – үҙе бер мөғжизә, бер образ кеүек ҡабул ителә. Эйе, эйе, күренмәгән, әммә бәғерҙәрҙе телгән музыка, айыуҙың ауыр һулышы, һуғыш, паровоз гудоктары, тағы күп төрлө тауыштар сәхнә әҫәрен тулыландыра, көсәйтә. Был кисте бөтә зал бер тулҡында булды, йөрәктәр бергә типте, күптән тамашасыларҙың бындай берлеген күргән юҡ ине.