Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2019, 04:00

Ҡанаҡай һәм Әхмәр егеттәре көс һынашты

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡанаҡай һәм Әхмәр ауылы егеттәре араһында "Йәгеҙ әле , егеттәр!" бәйгеһе уҙҙы. 22 февралдә ярыш Әхмәр мәҙәниәт йортонда уҙғарылғандан һуң, 23 февралдә Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда үткәрелде.

Ике ауылдың көслө егеттәренән торған командалар көсөргәнешле көс һынашты. Иң-иңдәрҙе билдәләү өсөн төрлө уйын-конкурстар үткәрелде - һорауҙарға отҡор яуап биреү, спорт уйындары, мода күрһәтеү, хәрби күнекмәләр, концерт номерҙары. Ярыш концерт сығыштары менән үрелеп барҙы. Ике команда ла бер-береһенә һис һыр бирмәйенсә көслө булып сыҡтылар.

Байрамда ҡатнашҡан егеттәргә ҙур рәхмәтттәребеҙҙе еткереп, уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.

Фото: Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.

Читайте нас в