Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Февраль 2019, 02:00

Егеттәр һынатмай

Әхмәр мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары егеттәре ҡатнашлығында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы үтте. Унда уларҙы төрлө һынауҙар көттө: гер күтәреү, арҡан тартыу, сәпкә атыу, һөйгәненә хат яҙыу һәм башҡалар.

22 февралдә Әхмәр мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары егеттәре ҡатнашлығында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы үтте. Унда уларҙы төрлө һынауҙар көттө: гер күтәреү, арҡан тартыу, сәпкә атыу, һөйгәненә хат яҙыу һәм башҡалар.
Егеттәр бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп сыҡты. Шулай ҙа ярыш Әхмәрҙәр командаһының еңеүе менән тамамланды. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. 23 февралдә был сәмле ярыш Ҡанаҡай ауыл мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Егеттәребеҙгә Ҡанаҡайҙан да еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.



Читайте нас: