Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2019, 04:00

Байрамығыҙ менән, ил һаҡсылары!

Этҡол мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Ысын ир-егеттәр байрамы" тип аталған сара үтте. Ул ауылдың аҫыл егеттәрен байрам менән ҡотлап, интернациональ һуғыштарҙа ятып ҡалғандарҙы иҫкә алып һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙға, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм барасаҡ егеттәребеҙгә бағышланды.

21 февралдә Этҡол мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Ысын ир-егеттәр байрамы" тип аталған сара үтте. Ул ауылдың аҫыл егеттәрен байрам менән ҡотлап, интернациональ һуғыштарҙа ятып ҡалғандарҙы иҫкә алып һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙға, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм барасаҡ егеттәребеҙгә бағышланды.


Этҡол ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова ауылдың егеттәренә ҡыйыулыҡтары, батырлыҡтары өсөн рәхмәтен еткерҙе, ә киләсәктә әрме сафтарына бара торған егеттәребеҙгә уңыштар теләне.

Ррме сафтарынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарыбыҙға бер минут тынлыҡ иғлан ителде.


Файза Әйүпова, Рәйсә Нәбиуллина Афған, Чечен һуғышында булып ҡайтҡан һалдаттарыбыҙға бағышлап шиғыр һәйләһәләр, Шәмсетдинова Мәүжиҙә етәкселегендәге "Емеш" балалар бейеү ансамбеле "Әбйәлил ҡыҙҙары", "Беләҙегем йөҙөгөм", "Һәләүек һылыуҙары" бейеүен башҡарҙылар. Рәзилә Әзибаева, Зөлфиә Вәлиева, Рәйсә Нәбиуллина, Рәмил Рәхмәтуллин башҡарыуында һалдаттарға бағышланған йырҙар яңғыраны. Сараның аҙағында Этҡол ауылы һылыуҙары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләк итеп ҡумыҙҙа уйнанылар.

Ватанды һаҡлау һәр кемдең изге бурысы. Тыуған илебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!





Читайте нас: