Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2019, 04:00

Мин башҡортса һөйләшәм!

21 февраль - Туған телдәр көнөндә Этҡол моделле ауыл китапханһына "Дуҫлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килде. Был көндө кескәйҙәр менән тик башҡортса ғына һөйләшергә килештек. Балалар ятлаған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.

Шулай уҡ кескәй саҡтан белгән "Шалҡан", "Тирмәкәй" әкиәттәрен үҙҙәре ролдәргә кереп, ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерҙеләр. Ә инде билдәле артисыбыҙ, Тыр-тыр ролен башҡарған Фирҙәт Ғәлиев уҡыған, аудиотаҫма аша яңғыраған "Ишәк, бесәй, эт, әтәс", "Айыу менән төлкө" әкиәттәрен күрһәтеү балалар өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡ булды.

Фото: автор.

Читайте нас: