Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2019, 04:00

Әхмәр әртистәре ауылдаштарын һөйөндөрҙө

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Әхмәр мәҙәниәт йортонда театрлаштырылған тамаша булып үтте.

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Әхмәр мәҙәниәт йортонда театрлаштырылған тамаша булып үтте.

Концертта халыҡ яратып ҡараған спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм йырҙар башҡарылды. “Шомбай” спектакленән күренештә Рузил Килембәтов - Шомбайҙы, Назия Шәйхетдинова бай малайын, “Тиле йәшлек”тә Шифабикә инәйҙе Райхана Әминева, Зөлҡәрнәйҙе Раил Ғәйнуллин, “Ҡәйнә” спектаклендә ҡәйнә ролен Гәүһәр Вәлидова, йы-уаш киленде Әлфиә Заһиҙуллина, уҫал киленде Лиана Сибәғәтова шул тиклем килештереп, те-атр артистарынан һис ҡалышмай уйнаны. Назия Шәйхетдинова, режессёр булараҡ, Рәйлә Нәҙерғолованың «Һыуға батҡан кеше» хикәйәһен сәхнәләштерҙе. Был әҫәрҙә төп ролдәрҙе Назия Шәйхетдинова, Гөлфирә Хәмиҙуллина, Мөхәмәт Ишбулдин башҡарҙы. Үҙешмәкәр артистар сәхнәгә матур итеп декорация эшләне, һәр костюмды еренә еткереп әҙерләне. Зал тулы шығырым халыҡ һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде. Ишмөхәмәт Хәсәнов, Әлфиә Заһиҙуллина, Мөхәмәт Ишбулдин, Раил Ғәйнуллин, Илмир Әхмәтов башҡарыуында спектаклдәрҙән йырҙарҙы ла, Раушания Хәкимғужинаның өҙҙөрөп бейеүен дә ауылдаштар ихлас ҡабул итте. Концертты Альбина Насирова бик матур итеп алып барҙы. Тамашаға килгән ауыл халҡы, үҙешмәкәр артистарға ҙур уңыштар теләп, күңелдәренә рухи аҙыҡ алып таралышты.



Г. ВӘЛИЕВА.



Фото: Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.


Читайте нас: