Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2019, 04:00

Мөхәббәт йәшкә ҡарамай

16 февралдә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ғашиҡтар көнөнә арналған “Мөхәббәт йәшкә ҡарамай” тигән бик күңелле кисә үтте.

16 февралдә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ғашиҡтар көнөнә арналған “Мөхәббәт йәшкә ҡарамай” тигән бик күңелле кисә үтте.


Эйе, ысынлап та, мөхәббәт йәшкә ҡарамай ҙа инде. Шулаймы, дуҫтар? Йәшлектә яратҡан шикелле ҡартлыҡта ла яратырға мөмкин. Тик хис-тойғолар ғына башҡасараҡ. Йәшлектә хыялый шикелле шашып яратаһың, ә бына йәшең өлкәнәйеп барғанда тыйнаҡ, баҫалҡы, нисектер йәшертен һөйөү менән яратаһың. Һөйгән кешеңә бер йылы ҡараш, йылы һүҙ ҙә, бармаҡ осо менән ҡағылып китеү ҙә етә үҙеңдең иғтибарыңды, һөйөүеңде белдерергә.


Мөхәббәт кисәһе концерт менән башланып китте. Артистар башҡарыуында “Беренсе мөхәббәт”, “Йөрәк сере”, “Һин бит тормошомдоң йәме” тигән йырҙар яңғыраны. Артабан тамашасылар Ғашиҡтар көнөнә арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Иң күп мәрәй йыйыусылар бәләкәй генә булһа ла бүләктәр алып һөйөндө.


Кисәне уйындар дауам итте. Килгән тамашасы рәхәтләнеп командаларға булешеп тә, парлашып та уйындарҙа ҡатнашты, бейене. Береһе лә бүләкһеҙ ҡайтманы. Ҡыҫҡаһы, йәшенә-ҡартына ҡарамай, барыһы ла ихлас күңел асты.



Фото: автор.


Читайте нас: