Беҙҙең ауылдан Афған һуғышында ҡатнашыусылар юҡ, күрше Юлдаш ауылынан Фәтҡуллин Рәмил Сынтимер улы был һуғыштан иҫән-һау ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөн ул беҙҙең арала юҡ. Ошо һуғышта үҙҙәренең интернациональ бурысын үтәп, һәләк булған совет һалдаттарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ, ер йөҙөндә бер ҡасан да һуғыш булмаһын, әсәләр бала ҡайғыларын күрмәһен ине тигән теләк менән сарабыҙҙы тамамланыҡ.