Осрашыуға Афған ветерандары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар саҡырылды. Сара ветерандарҙы ҡотлау менән башланды. Уҡыусыларға Афганистандағы хәрби бәрелештәр, Совет ғәскәрҙәренең Афганистанға керетелеүенең сәбәптәре тураһында мәғлүмәт бирелде. Ветерандар балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙың Тыуған илдең патриоттары булып үҫеүҙәрен теләне.