Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2019, 04:00

Һөйөп-һөйөлөп йәшәйек!

Ғашиҡтар көнөн билдәләп Маҡар мәҙәниәт йорто фойеһында парлы ғаиләләр өсөн кисә ойошторолдо.

Ғашиҡтар көнөн билдәләп Маҡар мәҙәниәт йорто фойеһында парлы ғаиләләр өсөн кисә ойошторолдо.

Саҡырылған ғаиләләрҙең бер нисәүһе төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡатнаша алмаһалар ҙа, Рәзилә менән Булат Әхмәтйәновтар, Венера менән Ғәлим Таһировтар, Рәғиҙә менән Радик Солтановтар байрамға килеп, төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен һынаны. Улар үҙ тормошонда булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла һөйләне, йүргәккә бәпес тә төрҙө, күҙҙәрен бәйләп бер береһен тәмлекәстәр менән һыйланы, бер береһенә матур һүҙҙәрен дә йәлләмәне, мөхәббәт темаһына әҙерләнгән пазл да төҙөнө.

Шулай итеп кисә бер тынала үтеп тә китте. Байрамда ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырғандан һуң бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Шулай уҡ был матур парҙарҙы ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Тимербулатова Зәлифә Зәриғәт ҡыҙы ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан уңған хужабикәләр менән берлектә әҙерләнгән сәй табыны артында бергәләп сәй эсеп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп таралдылар.






Читайте нас: