Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2019, 04:00

Үҙегеҙҙән ваҡыт йәлләмәгеҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры коллективы ҡайҙа ғына йөрөмәй, уларҙы һәр ерҙә ҡуш ҡуллап ҡаршы ала халыҡ. Бигерәк тә күршеләребеҙ - ишембайҙар шатландыра. Һәр спектаклгә ихлас йөрөйҙәр. Был йәһәттән рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Ә “Торатау” гәзите – тамашасы менән театрыбыҙ араһында мәғлүмәт күпере тиһәк тә хаталанмабыҙ.

Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры коллективы ҡайҙа ғына йөрөмәй, уларҙы һәр ерҙә ҡуш ҡуллап ҡаршы ала халыҡ. Бигерәк тә күршеләребеҙ - ишембайҙар шатландыра. Һәр спектаклгә ихлас йөрөйҙәр. Был йәһәттән рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Ә “Торатау” гәзите – тамашасы менән театрыбыҙ араһында мәғлүмәт күпере тиһәк тә хаталанмабыҙ.

Ҡыҫҡаһы, февраль, март айҙарында ишембайҙарҙы “Йыл тамашаһы” исеменә лайыҡ “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы, тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп ингән “Биғылый” спектакле, тауҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу акцияһына ҡушылған “Урал легендалары” мюзиклы көтә.


18 ФЕВРАЛДӘ Спартак Ильясов романы буйынса ҡуйылған тетрәндергес “Биғылый” спектакленә барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Режиссеры – танылған шәхес Айрат Абушахманов. Битараф ҡалмағыҙ, зинһар. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы афәте теймәгән бер генә ғаилә лә юҡтыр ул, ана шул Тыуған еребеҙ азатлығы өсөн йәнен аямаған ата-олатайҙарыбыҙ, инәй-бабайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ хаҡына был спектаклде аяғүрә баҫып ҡарарлыҡ...

4 МАРТТА – филармония ар-тистары ҡатнашлығында “Урал легендалары” мюзиклы! Урал батырҙың данлыҡлы тоҡомонан булған Иҙел батыр ҡыҙы Ағиҙелде бөйөк далалар ханының улы Тураханға кейәүгә бирә. Ҡыҙын оҙатҡанда, ул, ата-бабаларының аманатын – үҙ халҡыңды һаҡларға, яҡларға һәм Ер-әсәнең шифалы күкрәк һөтө тураһында һәр ваҡыт хәтерендә тоторға ҡуша.


Йәштәрҙең мөхәббәтенә Шүлгән батшаның уң ҡулы Ашаҡ ҡамасауларға маташа. Уның ҡарамағында бөтә дейеү ғәскәре һәм Шаман ҡатын була.

Турахан менән Ағиҙелгә уларҙың тоғро дуҫы Ҡара Аҡҡош ергә сир ябырылыуы, һыуҙар ағыуланыуы хаҡында хәбәр еткерә. Ағиҙел кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн Аҡ мәмерйәләге Ер-әсәнең күкрәк һөтөн табырға тейеш, тик Ағиҙелдең юлында кәртәләр осрай. Кем уға ярҙам итә алыр? Турахан менән Ашаҡтың алышы нимә менән бөтөр? Белмәй ҡалмағыҙ, Турахан ролен һеҙҙең яҡташығыҙ, Ҡолғона егете, йырсыларҙың да йырсыһы Илдар Әбдрәшитов уйнай.


Был тарихтың шаһиттары булған дүрт мөһабәт тауға һәм саф һыулы йылғаға арнап халҡыбыҙ бөгөн дә дан йырлай.

21 МАРТТА Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” спектакленә ваҡыт арыу кеүек булһа ла, планлаштыра башлағыҙ. Ҡарамай ҡалһағыҙ, үкенерһегеҙ! Башҡорт театрына 1919 йылда нигеҙ һалынған йылды сәхнәлә икенсе спектакль булып уйналған был драманы 100 йылдан һуң күреү һәм тарихҡа байҡау яһау, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән кеше өсөн, мотлаҡ.


Ҡәҙерле тамашасылар!


Ваҡытығыҙҙы алдан күҙаллап, бер өс сәғәтегеҙҙе үҙе-геҙҙән йәлләмәгеҙ. Берҙән, артистарҙың хеҙмәтен баһалаһағыҙ, икенсенән, күңелдәрегеҙҙе йәшәү дәрте менән байытырһығыҙ. Көтәбеҙ һәм ихлас саҡырабыҙ!




Фотола: “Биғылый” спектакленән күренеш. Немец офицеры образында (уңдан беренсе) Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Биксән ауылы егете Илфир Баймырҙин.




Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры архивынан.

Читайте нас: