“Мираҫ”тың репертуарында 100-ҙән ашыу бейеү бар: во-каль композициялар, хор һәм яңғыҙ сығыштар. Репертуарҙың нигеҙенә республикала йәшәгән халыҡтың бейеүҙәре һәм йырҙары һалынған. Ә иң ҡыуаныслыһы: улар башҡорттоң милли сәнғәтенә һәр ваҡыт тоғро. Һәр бейеүҙәрендә Башҡортостаныбыҙҙың күркәмлеге, байлығы, халҡының ғорурлығы, холоҡ-фиғеле сағыла. ”Мираҫ” – бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал, хор һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив. Уларҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сюжетҡа, темаға ҡоролған, әҫәрҙәр бер-береһенә үрелеп, байытылып, матур театрлаштырылған тамашаны тыуҙыра. “Мираҫ” барлыҡҡа килгәндән алып үҙенең репертуары менән миллионлаған тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, үҙ урынын алған. Баҫҡанында ут сәсеп, осҡон уйнатҡан аҫыл егеттәр, һығылмалы, зифа буйлы һылыу ҡыҙҙар – халыҡ уларҙы бигерәк тә ихласлығы өсөн үҙ итә.