Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2019, 04:00

Күңелле студент йылдары

26 ғинуарҙа Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда “Күңелле студент йылдары” тигән кисә үткәрҙек. Унда төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар ҡатнашты.

Әлеге уҡып йөрөгән студенттарға ҡарайһың да хәтирәләргә бирелеп дәртле студент йылдарын, курсташтарыңды, ятаҡ тормошон һағынып иҫкә алаһың.

26 ғинуарҙа Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда “Күңелле студент йылдары” тигән кисә үткәрҙек. Унда төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар ҡатнашты. Башта йәштәр үҙҙәре уҡыған уҡыу йорто, факультеттар, стипендия күләме, ятаҡта торғандар ундағы шарттар, йәшәү рәүеше тураһында һөйләп үтте. Артабан студенттар командаларға бүлешеп “Аҡыл - теҙген, белем - ат, теҙгенеңде белеп тарт” тип аталған ярышта ҡатнашты. Ярыш бер нисә турҙан торҙо. Мәҫәлән, “Бөйөк математиктар илендә” тигән турҙа ҡатнашыусылар математикаға ҡағылышлы “кәкре-бөкрө” шаян һорауҙарға яуап бирҙе, “бәхет формулаһын” аңлаттылар, ә “География” турында йомаҡтар систеләр. "Йыр - кешенең юлдашы” тип аталған турҙа иһә бирелгән көйҙө танып, ҡушылып, бирелгән шиғырҙы көйгә һалып йырланылар. “Ижад - бөйөк талант” тигән турҙа бирелгән рифмаға шиғыр яҙып уҡып ишеттерҙеләр, пантомимо күрһәтеп көлдөрҙөләр, һикереп рәсем яһанылар, бейенеләр.


Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙарҙан ғына торған “Магистр” командаһы егеттәрҙән төҙөлгән “Айфон”ды бер-нисә мәрәйгә артта ҡалдырып еңде. Ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт йорто һыуыҡ булһа ла, сара бик күңелле, йылы үтте.



Фото: автор.


Читайте нас: