Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 04:00

Күңелдәрҙе арбай ҡумыҙ сыңы

Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бик боронғо ҡыллы музыка ҡоралыбыҙҙы халыҡ араһында популярлаштырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ эш алып бара.

Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бик боронғо ҡыллы музыка ҡоралыбыҙҙы халыҡ араһында популярлаштырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ эш алып бара.


Республика ҡала-райондары буйлап йөрөп, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен үҫеп килеүсе быуынға асыуы айырыуса шатлыҡлы. Ошо изге маҡсатта остаз үткән аҙнала ғына Ҡолғонала булып китһә, беҙ уны Этҡолда тап иттек. Ике көн эсендә ул ололарҙы ла, балаларҙы ла ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп, ансамбль төҙөп өлгөргән!


- Башта халыҡ алдында үҙем концерт ҡуйҙым. Һуңынан ҡыҙыҡһыныусыларҙы йыйып, уларҙы өйрәттем. Дәрте һәм теләге булғандар тиҙ отоп алыусан, этҡолдар был йәһәттән бик отҡор булып сыҡты, бөгөн улар беренсе тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһаясаҡ, - тип шатланды маҡсатына өлгәшкән оҫта.


Шулай уҡ ул 40-лап төр ҡумыҙ барлығы, был уйын ҡоралында 200-ләп илдә уйнауҙары тураһында

һөйләне. Башҡорттар ҙа уны борондан үҙ иткән.

Күңелдәрҙе арбарлыҡ көй сығарыусы, тәбиғәт ауаздарын яңғыратыусы был уйын ҡоралына ҡарата ҡыҙыҡһыныу булғанда уның моңо һис ҡасан тынмаҫ. Ҡолғонала, йә булмаһа Этҡолда билдәле ҡумыҙсынан тәүге дәрестәр алған балалар араһында ла, бәлки, киләсәктә илде, донъяны яңғыратырлыҡ ҡумыҙсылар сығыр.




Фото: автор.

Читайте нас: