Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2019, 04:00

Ҡала ағинәйҙәре берләште

Республика «Ағинәйҙәр» клубының Ишембай ҡалаһы филиалы күптән түгел үҙ эшен башлап ебәрҙе. Уны районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова етәкләй.

Республика «Ағинәйҙәр» клубының Ишембай ҡалаһы филиалы күптән түгел үҙ эшен башлап ебәрҙе. Уны районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова етәкләй.


- Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, йәштәргә рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы тапшырыу, йәмғиәттә үҙ һүҙебеҙҙе

әйтеү маҡсатында берләштек, - ти Хаят Сәғит ҡыҙы. - Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә һәр шишәмбе көндөҙгө сәғәт 11-ҙә һәм кесаҙна көндөҙгө сәғәт 3-тә йыйылабыҙ. Бына әле бергәләшеп түшелдеректәр тегә башланыҡ, артабан милли биҙәктәр менән күлдәктәр ҙә тегеп кейербеҙ, тип торабыҙ. Эшләйһе эштәр күп, ҡулдан килгәндә, дәрт-дарман барҙа ҡалабыҙ тормошон йәнләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек тибеҙ. Шуға шиғри йөрәкле, йыр-моңға ғашиҡ әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙебеҙгә саҡырабыҙ.




Фото: Милли мәҙәниәттәр үҙәге архивынан.


Читайте нас: