Шайморат Сәйфулла улының бит әле яуаплы эш урыны бар – мәктәп директоры. Ике урында ла өлгөрөр өсөн ни тиклем ихтыяр көсө, уңғанлыҡ, ҡатмарлы тормоштоң күпме ауырлыҡтарын еңергә кәрәк. Ихлас күңелдән һоҡланам мин һеҙгә! Ошондай кешеләр халыҡҡа күпме шатлыҡ, күпме рухи аҙыҡ өләшә.