Рәсәйҙә быйыл театр сәнғәтенә өҫтөнлөк биреләсәк. Президент Владимир Путин указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде.13 декабрҙә Башҡортостанда уға рәсми старт бирелде.
Рәүҙәк буйы иҫләй әле гармунының моңон
Хәтеремдә, ҡаралы-аҡлы телевизор күрһәткән саҡта әле йығылып китеп башҡортса спектаклдәр ҡарай инем. Улай ғына ла түгел, бөтә әртистәрҙең исемдәрен, уларҙың ниндәй ролдәр уйнағандарын да белә инем. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклендә Ғәлиәбаныу менән Хәлилдең саф хистәре, уларҙың бәхетһеҙ яҙмышын балаларса ҡабул итеп, мәңгелек мөхәббәткә арналған был тетрәндергес әҫәрҙе әллә нисә тапҡыр илай-илай ҡарауым иҫтә. Аҙағыраҡ, үҫә төшкәс, мәктәп йылдарында З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” әҫәрен сәхнәләштереп, Емеш ролен бик “килештереп” уйнағанымда ауыл халҡының түгелеп илап ултырғаны һаман хәтеремдә. Сәнғәт юлынан китеүен- китмәнем, бына сәхнәлә уйнаған әртистәрҙе һәр ваҡыт хөрмәт иттем, улар миңә әле лә буй етмәҫлек кешеләр кеүек. Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең клубҡа Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән яҡташым Риза Мәһәҙиев килгәйне. Унан күпкә оло булмаһам да, аҙағыраҡ халыҡ артисының минең менән килеп күрешкәс, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булғайным. Ә бына Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы, яҡташым, Ибрай ауылы егете Фәһим Әхмәтйәнов менән осрашыуым осраҡлы ғына килеп сыҡты. Мәктәп йылдарында бер осорҙараҡ уҡыныҡ. Бәләкәйҙән бик шуҡ, теремек, баҫҡан урынында ут сығарып торған малайҙы әртис булып китер тип кем генә уйлаған. Уның ағаһы Земфир менән бер класта уҡып, күп йылдар хатта бер парта артында ултырырға тура килгәнгә, уларҙың ғаиләһе тураһында ярайһы уҡ белә инем. Үҙем 7 балалы ғаиләлә үҫкәнгә күрә, Земфирҙың да ғаиләһендә 9 малай, 2 ҡыҙ барлығына бер ҙә аптырамай инем. Рәүҙәк буйында тыуып-үҫкән егеттәрҙең һәр береһе йыр-моңға ғашиҡ. Фәһимдең таң әтәстәрен уҙҙырып, ауыл буйлап өҙҙөрөп гармунда уйнап, йырлап, ҡыҙҙарҙы йоҡоларынан уятып йөрөүе ул саҡта бер кемде лә аптыратмағандыр.
Сәхнәгә сыҡһам, донъямды онотам
- Нисек әртис булып китеүем ҡыҙыҡһындырамы? - тип һораны яҡташым, әңгәмә башлағанды ла көтөп тормай. - Тормош осраҡлыҡтарҙан тора икән, - тине йылмайып. - Әрме сафтарынан ҡайтҡас, бәләкәйҙән күңелемдә ятҡан хыялымды тормошҡа ашырырға уйлап йөрөгәндә генә, Зәйтүнә апайым миңә әллә, туғаным, әртислеккә бараһыңмы, - тип әйтеп ҡуймаһынмы! Мин асҡан ауыҙымды ла ябырға оноттом. - Ниндәй әртис сыҡһын инде минән, - тип мөңгөрҙәүем генә хәтеремдә. География фәне, таштар, уларҙың ҡайҙан, нисек килеп сығыуы менән ҡыҙыҡһыныуымды бер кем дә һорап торманы минән. Беҙҙең ғаиләлә ололар һүҙен йығыу тигән нәмә булмағанға, күп уйлап та торманым, киттем Өфөгә, сәнғәт академияһына барып керҙем, уны тамамлағас, 1991 йылда Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре Спартак Ғәли улы Әхмәтов, Салауат Хөрмәт улы Әминев, Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова һәм Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тырышлығы менән асылған Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына актер булып эшкә ҡайттым. Хәҙер инде театрҙа 27 йыл эшләйем. Тәүге ролем - «Ғәлиәбаныу» спектаклендә Исмәғил роле.
- Сәхнәлә ниндәй ролдәрҙе яратып башҡараһың?
- Ауыл балаһы булғанғалыр, миңә бигерәк тә йә колхоз председателе, йә булмаһа ябай ауыл кешеһе булып уйнау оҡшай. Үҙемде ул ролгә инергә мәжбүр итергә лә тура килмәй. Сәхнәлә шул тиклем бирелеп уйнайым, хас тормоштағыса килә лә сыға. Яратҡан тамашасым алдына сыҡһам, донъямды онотам. Шуға ла уйнаған ролдәремдең барыһы ла ысын күңелдән. Тамашасы бит ул уйнауың яһалмамы- түгелме, шунда уҡ белеп, күреп тора. Яһалмалылыҡты ул да ҡабул итмәй. Һуңғы йылдарҙа сәхнәгә сығарған ролдәрем: Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»ында - Исмәғил, М.Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә - Искәндәр бай, Айҙар Хөсәйеновтың «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» әҫәрендә - Мәмбәт тархан, Ибраһим Абдуллиндың «Эх,Өфө ҡыҙҙары!» драмаһында Шаянғол, Рәйлә Нәҙерғолованың «Ҡоҙағый»ында - Тимербәк, Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» драмаһында - Сәфәрғәле, Борис Рацерҙың «Ҡарауыл! Атай өйләнә!» спектаклендә - Бекина.
- 2004 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булғанһың. Шундай мәртәбәле исем алып, тәкәбберләнеп, һауаланып китмәнеңме? - тип һорайым шаяртып.
- Миңә ундай һыҙаттар бөтөнләй хас түгел. Малайлыҡтан күптән сыҡһам да, ауылдаштарым һаман мине Ғәниҙең шуҡ малайы тип ҡабул итә. Форсаты төшкән һайын, ғаиләмде алып, тыуған ауылым Ибрайға ҡайтам, күптәр сит илгә ял итергә киткәндә, рәхәтләнеп ауылда ял итәм. Ауылса кейенеп алам да, урам буйлап текә баҫып сығып китәм, йәнәһе лә бына ул мин, күрегеҙ, мин һаман шул уҡ ауыл балаһы!
- Бәхет, һинеңсә, нимә ул?
- Бәхет - ул минең өсөн иң тәүҙә ғаиләм: янымда ярты һүҙҙән аңлап торған ҡатыным Хөснәм, ҡыҙым Азалия, улым Аяз, кейәүем Айҙар, ейәнем - Әмирхан. Мин уларҙы алтынға ла алмаштырмаҫ инем. Тағы ла... мине яратып ҡараған тамашасым. Яҙмышыма рәхмәтлемен. Хоҙай айырмаһын уларҙан! Мин йыш ҡына үҙ-үҙемә һорау бирергә яратам: уңдыммы, әллә туңдыммы? Бар яҡлап уңдым!
Яҡташымдың эскерһеҙ, һаман да йәшлек осҡондары уйнап торған ҡараштарын тоям. «Ике бишле»ле юбилейын ергә ныҡлы баҫып, ышаныслы аҙымдар, ҙур пландар менән ҡаршылай ул! Тормошта ла, сәхнәлә лә шулай! Афарин!
Фото: Фәһим ӘХМӘТЙӘНОВ архивынан.