Республикабыҙҙың рухи донъяһына яңы күренеш булып килеп ингән “Йөрәк һүҙе” шиғриәт байрамының сираттағыһы шаулап-гөрләп уҙып китте. Былтырғы тәүгеһен телевизор экрандары аша ғына ҡарағайныҡ. Их, ошондай ҙа шәп байрамды сәхнәнән, бәйге тотоусылар менән күҙгә-күҙ осрашып, тамаша ҡылһаң ине, тигәнерәк үкенестәр тыуып ҡуйғайны. Шөкөр, быйылғыһын Өфөгә барып ҡарау форсаты тейҙе.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының мөһабәт тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы. Райондарҙан килеүселәр ҙә бик күп. Хатта ки, юлда килеүселәрҙең үтенестәрен иҫәпкә алып, башланыу ваҡытын бер аҙ кисектереп тә торҙолар. Халҡыбыҙҙың рухи ҡалҡаны булған зыялылар бик күп. Исеме бөтә республикаға билдәле әҙиптәр, сәхнә әһелдәрен, журналистар, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен яҡындан күреп аралашыу үҙе лә бит күңелдә дәрт, илһам тыуҙыра, ғорурлыҡ хистәре уята.
Сәхнәлә 12 пар майҙан тотто. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре булған финалистар араһында алыҫ Сибай, Учалы тарафтарынан килгән бәйгеселәрҙе күреү бик һөйөндөрҙө. Улар араһында йәштәрҙе күреү уғата шатландыра. Учалынан килгән йәш шағир Фәнил Бүләков 4-се класта уҡыусы ҡыҙы Азалина, яҡташыбыҙ Ғәлиә Фәйзуллинаның уҡыусыһы Эльвина Семенова, талантлы йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың БДПУ студенты Ислам Төхвәтуллин менән парлап сығыш яһауҙары шиғриәт илендә йәштәрҙең лайыҡлы үҙ урындары бар икәнлегенә бер дәлил булды. Китап уҡыусылар һаны көндән-көн кәмегән бөгөнгө көндә үҙҙәренең йәш парҙарын әҙерләп, шиғриәткә һөйөү уятҡан, уларҙы ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан әүҙәүсе остаздарына рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде!!
Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы оло маҡтауға лайыҡ. Ошо оло майҙанға сығып, күптәребеҙ әйтергә баҙнат итә алмаған, әммә барыбыҙҙы ла борсоған проблемаларҙы шартлатып әйтеү – үҙе үк батырлыҡ.
Тыуған ил, туған тел яҙмышы, экология, эшһеҙлек, ғаилә бөтөнлөгө, халҡыбыҙ өсөн көсөн йәлләмәй хеҙмәт иткән шәхестәребеҙҙе баһалап еткермәү – былар барыһы ла шиғри һүҙ аша йөрәктән йөрәккә барып етте. Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың ошоғаса тейешенсә баһа алмауы тураһында шиғри әйтеш тамаҡҡа төйөн булып ултырҙы.
Шиғри күңелле тамашасы һәр сығышты аңлап ҡабул итте, дәррәү алҡыштар менән оҙатты. Хатта тамашасы менән жюри фекере тап килмәгән осраҡтар ҙа булды, аңлы тамашасы күңеленә яҡын сығыш яһаусыны оҙаҡ ваҡыт сәхнәнән сығарырға теләмәне, аяғүрә баҫып алҡышланы. Бына ниндәй ул һүҙ ҡөҙрәте, һүҙ бәҫе!
Ә беҙ, ишембайҙар, сығыш яһаусы яҡташтарыбыҙ өсөн айырыуса ҡыуандыҡ, ғорурландыҡ. Ишембай ҡалаһындағы З.Вәлиди исемендәге гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина үҙенең уҡыусыһы Эльвина Семенова менән лайыҡлы рәүештә 3-сө урынға сыҡты. Әйтергә кәрәк, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙының ижады, бер аҙ юғалып торғандан һуң, һуңғы ваҡыттарҙа яңы балҡыш алды. Шағирә көндән-көн оҫтара, ҡәләме үткерләнә. Ил-тел проблемалары, әсә һәм бала мәсьәләләре, тейешле баһатапмаған милли зыялылар, Торатау яҙмышы – быларҙың бөтәһе лә борсой Ғәлиәне. Уның “Ут”, “Тантана”, “Телем - бергенәм”, “Торатау” шиғырҙарын тетрәнмәй уҡып ҡара?! Ул үҙе лә бит был турала...
Йөрәк ярып сыҡҡан уйҙың, һүҙҙең
Йыһан кимәлендә үлсәме! – тип яҙа.
Ғәлиә Фәйзуллинаның шиғриәте аңлы уҡыусыға тәғәйенләнгән. Уның фәлсәфәүи йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле шиғырҙарын ҡайһы саҡ бер уҡыуҙа ғына аңлап та бөтөп булмай. Был йәһәттән мин уның шиғырҙарын ниндәйҙер кимәлдә талантлы шағирәбеҙ Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәре менән бер рәткә ҡуйыр инем.
Ғәлиәнең уҡыусыһы, үҙендә гүзәллек донъяһы Бөрйән рухын туплаған, гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Эльвина Семенованың сәхнәлә үҙен әртистәрсә тотоуы, шиғри һүҙҙе тамашасы күңеленә еткереү оҫталығы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.
Күркәм сарала Айгиз Баймөхәмәтов менән бер пар булып сәхнәгә сыҡҡан өсөнсө яҡташыбыҙ Ислам Төхвәтуллиндың сығышы күңелдәргә май булып яғылды. Ислам – Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ҡайҙан килә был йәш егеткә шул тиклем оҫталыҡ, күңел кисерештәре? Хәйер, мәктәп эскәмйәһенән үк “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеләрендә беренсе урындарҙы яулап, ә хәҙер инде үҙе шул ярышта жюри ағзаһы булып ултырған егеттең маһирлығына аптырайһы түгел. Афарин, Ислам һәм Эльвина! Афарин, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы! Хаҡлы рәүештә районыбыҙҙы данланығыҙ!
Шулай итеп, быйылғы “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе тамам. Шиғриәт байрамының тәрбиәүи әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Башҡорттоң рухи донъяһында иң шәп проекттарҙың береһе ул. Уны уйлап табыусы, бойомға ашырыусы Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғоловаға мең рәхмәт.
Төп бүләк – еңел автомобилгә сертификат хаҡлы рәүештә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтарға тапшырылды. Икенсе урында Учалынан Фәнил Бүләков һәм уның ҡыҙы Азалина, өсөнсө урын – Ғәлиә Фәйзуллина һәм уның уҡыусыһы Эльвина Семеновала.
Йәшенә лә, ҡартына ла берҙәй оҡшаған күңел байрамы – “Йөрәк һүҙе” артабан да йәшәһен!
Ғәлиә Фәйзуллинаның шиғри һүҙҙәре менән әйткәндә,
... Йыр-моңобоҙ йөрәкте ут итһен!
Ошо уттан меңәрләгән йөрәк
Йәшәр өсөн көс, ғәм алып китһен!