Был юлы унда районыбыҙҙың ҡул эше оҫталары: Кинйәбулат ауылынан Гөлсирә Дәүләтова һәм уның килене Регина Дәүләтова, Ҡарларҙан Розалия Мусина, Сәлихтан Мөслимә Мөхәмәҙуллина Ишембайҙың данын яҡланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡул эшенә маһир – балаҫ һуғыуға, түшелдерек эшләүгә, бәйләмгә оҫталар. Тиҙҙән уларҙың сығышын зәңгәр экрандарҙа күрербеҙ әле.