Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Декабрь 2018, 04:00

«Йөрәк һүҙе» йөрәктәргә етте

Интернет селтәрендә “Йөрәк һүҙе” конкурсы хаҡында тәьҫораттар тынмай. Уны ысындан да рухиәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтергән Йыл проекты тип таныу бик дөрөҫ. Ошо йөрәктәрҙе тетрәткән сарала шағирә, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина уҡыусыһы Эльвина Семенова менән 3-сө урын яуланы. Уларҙың финалдағы сығышын абруйлы жюри һәм тамашасы иң сағыу, иң хисле сығыш булараҡ билдәләне.

Интернет селтәрендә “Йөрәк һүҙе” конкурсы хаҡында тәьҫораттар тынмай. Уны ысындан да рухиәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтергән Йыл проекты тип таныу бик дөрөҫ. Ошо йөрәктәрҙе тетрәткән сарала шағирә, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Фәйзуллина уҡыусыһы Эльвина Семенова менән 3-сө урын яуланы. Уларҙың финалдағы сығышын абруйлы жюри һәм тамашасы иң сағыу, иң хисле сығыш булараҡ билдәләне.


Бер еңеү ҙә еңел бирелмәй. «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә профессиональ һүҙ оҫталары, театр актерҙары менән бер сәхнәлә һәм һәр өнөңдө тойоп ултырған талапсан, зауыҡлы тамашасы алдында сығыш яһа ла, өсөнсө урын яула әле! “12 пар араһында финалға үтеүҙе лә ҙур еңеү тип һанайым”, - тигәйне Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы телевизион конкурстың тәүге турынан һуң. Һүҙ сәнғәтен тәрән тойған замандаштарыбыҙ ошо көндәрҙә редакция ҡунағы булды. Әйтерһең, әле генә Өфөнән ҡайтып төшкәндәр - кисерештәр һаман баҫылмаған, улар һөйләгәндә үҙебеҙҙе Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә үткән һоҡланғыс тамаша шаһитылай тойҙоҡ. Әйткәндәй, уны байтаҡ ишембайҙар барып күрҙе, Фәйзуллина-Семенова дуэты өсөн ғорурланып, илһамланып ҡайттылар. Унда абсолют еңеүселәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтарға «Лада-Гранта» автомобиле һатып алырға сертификат
тапшырылһа, өсөнсө урын бүләге лә тос – 50-шәр мең һум.


“Йөрәк һүҙе” проектының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы

Башлығы Грантын алыуы ла конкурсты юғары кимәлдә үткәреү мөмкинлеге бирҙе. Уның Олег Ханов рәйеслегендә үтеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Шиғриәт аша телебеҙгә, еребеҙгә ҡағылышлы ҡыйыу фекерҙәр яңғыраған майҙан булды ул. Проект, һис шикһеҙ, артабан да йәшәргә тейеш. “Үҙебеҙҙә генә унда ҡатнашырлыҡ күпме таланттар бар!” – тип уртаҡлашты Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы. Әле 9-сы класта ғына уҡыған Эльвинаның атаһы Николай Васильевич Маҡарҙан булһа, әсәһе Эльвира Шәрифулла ҡыҙы – Бөрйән районында тыуып үҫкән. Ғаилә Брәтәк ауылында төпләнгән, Эльвина хәҙер бишенсе йыл гимназияла белем ала.


- Һәләтемде күреп үҫтергән уҡытыусыларыма, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙына, атай-әсәйемә тәрән рәхмәтлемен. Быға тиклем дә һүҙ оҫталығы талап ителгән республика конкурстарында ҡатнашҡаным булды. Әммә уҡытыусың менән бер сәхнәнән тороп сығыш яһау, һиңә һалынған өмөттө, тырышлыҡты аҡлау – ҙур яуаплылыҡ, - ти рухлы ҡыҙ.


Дуэттарҙы баһалау хаҡында төрлө фекерҙәр булды. Үҙ шиғырҙарын уҡыған авторҙарҙы айырым баһалау кәрәк ине тигәне менән күптәр риза. Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы иһә иң тәүҙә сәхнәнән яңғырағандарҙың халыҡ күңеленә тәьҫире, проекттың маҡсатына өлгәшә алыуы хаҡында әйтте - йөрәктән әйтелгән һүҙҙәр йөрәктәргә барып етте.


“Ә минең йөрәк һүҙем - йәнем кеүек күргән телем яҙмышы. Һөнәрем буйынса ла, йөрәгем ҡушҡанса ла, тел тураһында күңелемдәген әйтергә тейеш инем”, - ти шағирә.





Фото: автор.






Читайте нас: