Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2018, 04:00

Кис ултырып ҡыҙҙар ҡашмау тегә

Милли кейемдәребеҙгә һуңғы йылдарҙа яңы һулыш инә. Түшелдерек, ҡашмау эшләү оҫталары үҙебеҙҙең районда ла ишәйә.

Милли кейемдәребеҙгә һуңғы йылдарҙа яңы һулыш инә. Түшелдерек, ҡашмау эшләү оҫталары үҙебеҙҙең районда ла ишәйә.


Кинйәбулат ауылынан Виктория Ғәлимова менән Регина Дәүләтова ла башта үҙҙәренә тип кенә түшелдерек эшләп ҡарай һәм был эш менән мауығып китәләр.

- Иң беренсе үҙемә түшелдерек, унан ҡашмау яһаным. Шул тиклем был шөғөл оҡшап китте, хәҙер хатта туҡтап булмай. Ҡыҙыма ла тегеп бирҙем, - ти Регина.


Виктория Ғәлимова иһә түшелдеректәрҙе биш йәшлек игеҙәк ейәнсәрҙәренә лә әҙерләп ҡуйған.

Эшләгән һайын, ҡул да оҫтара бара. “Милли кейемдәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы күҙ тейеүҙән һаҡлай, һәр мәрйендең үҙ мәғәнәһе бар, уның ҡайҙа торорға тейешлеге лә билдәләнгән”, - тип һөйләне Кинйәбулат оҫталары.




Фото: Регина Дәүләтова архивынан.




Читайте нас: