Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2018, 02:00

Мөғжизәләр яланында булып ҡайтты балалар

Ҡанаҡай ауылы китапханаһында Яңы йыл байрамына арналған “Мөғжизәләр яланы” уйыны үтте. Унда 1-6 класс уҡыусылары саҡырылды.

Ҡанаҡай ауылы китапханаһында Яңы йыл байрамына арналған “Мөғжизәләр яланы” уйыны үтте. Унда 1-6 класс уҡыусылары саҡырылды.

Уйын байрам төҫө алһын тип ҡунаҡҡа Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа килеп етте. Балалар уйында ихлас ҡатнашты, барыһының да белем кимәлдәре юғары ине, шулай ҙа финалға Кәримов Айназ, Янбаева Ләйсән, Насырова Дилара сыҡты. Супер-приз Янбаева Ләйсәнгә эләкте. Уйын араһында тамашасыларға Яңы йылға арналған һорауҙар бирелде, һәр яуап өсөн улар Ҡыш бабайҙан тәмле күстәнәстәр алды, шулай уҡ байрам йырҙарын иҫкә төшөрҙөк.




Читайте нас: