Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2018, 02:00

АҠТАНЫШ ҠЫҘЫ

Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайы янынан бер кем дә тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, көндөҙ ҙә, кисен дә гөрләп тора ул. Ирекһеҙҙән, туҡтап, ҡолаҡ һалаһың. Әһә, йәш йырсылар Ильяс Кинйәғолов менән Рәфис Ишбаевтың репетицияһы бара икән.

Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайы янынан бер кем дә тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, көндөҙ ҙә, кисен дә гөрләп тора ул. Ирекһеҙҙән, туҡтап, ҡолаҡ һалаһың. Әһә, йәш йырсылар Ильяс Кинйәғолов менән Рәфис Ишбаевтың репетицияһы бара икән. Тиҙҙән данлыҡлы “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ. Ана бит, төрлө төҫтәге афиша, белдереүҙәр ҙә әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Фәлән көндө фәлән йырсы килә, билет алып ҡалырға кәрәк. Шулай йәшәй ҡала мәҙәниәт һарайы! Райондың сәнғәт күге йылдың һәр миҙгелендә лә яңы йондоҙҙары менән тағы ла сағыуыраҡ балҡый. Беҙҙә ысын мәғәнәһендә йыр-моң яратҡан халыҡ йәшәй. Яңы Әптек, Кинйәбулат ауылдары әртистәре район буйлап спектаклдәр менән сыға, йә булмаһа Ҡолғона сәхнәһендә шаулатып Ғаилә йылы үткәрелә. Районыбыҙҙың мәҙәниәт тормошон ҙур оркестр менән сағыштырыр инем мин. Оркестрҙа музыка ҡоралдары ни тиклем күп төрлө булһа, ул шул тиклем көслөрәк яңғырай бит. Ә уның иң кәрәклеһендә район мәҙәниәт бүлегендә тап ошо сараларҙы ойоштороусы, уны яйға һалыусы, район сәнғәтен күтәреүгә сирек быуаттан артыҡ ғүмерен арнаған Люциә Зарипова уйнай. Бының шулай икәнен Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нәсимә Собханғолова ла раҫлай:

- Оҙаҡ йылдар сәнғәтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итә ул. Барыһы өсөн дә өлгө булып тора, ваҡытын йәлләмәй, йәштәр менән дә дәртләнеп эшләй. Һәр нәмәгә яуаплылыҡ менән ҡарай, эшенең бар нескәлектәрен белеп, аҙағына тиклем еткереп эшләй. Кешелек сифаттарына килгәндә, Люциә эскерһеҙ, ярҙамсыл, талапсан. Бына ул хеҙмәттәштәренең оло баһаһы! Бәләкәйҙән туған татар телендә һөйләшеп, шул тел мөхитендә үҫкән Татарстандың Аҡтаныш районы Иҫке Солтанғол ауылы ҡыҙын яҙмыш елдәре Башҡортостанға алып килгән һәм ул ғүмеренең иң матур мәлен ошо изге эшкә арнаған.

- Мәктәпте тамамлағанда алдымда ике юл бар ине: спорт буйынса китеү һәм сәнғәт. Беҙ нәҫелебеҙ менән йыр-моңға, милли сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Мин дә бәләкәйҙән йырлап үҫтем. Физкультура дәресен дә бик ярата инем. Мәктәптә, училищела уҡыған саҡта еңел атлетика, саңғыла йүгереү буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирештем. Үҙ-үҙемде белгәндән бирле ауыл, мәктәп, район үткәргән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Һәләтемде күреп, колхоз рәйесе Карам ағай, атай-әсәйем менән һөйләшеп, мине Алабуғаға мәҙәниәт-ағартыу училищеһына колхоз стипендиаты итеп уҡырға ебәрҙе. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп киттем. Хор-дирижер бүлегендә ике йыл ярым белем алып сыҡтым. Уҡығанда 48 һум стипендия ала инем. Ул ваҡытта бик ҙур аҡса ине. Атай-әсәйем дә ярҙам итеп торҙо. Дәүләт имтиханын тапшырған ваҡытта профессорҙар мине Ҡазан сәнғәт институтына уҡырға барырға өгөтләне. Бик оҙаҡ уйланым да, бармаҫҡа булдым. Сөнки минән һуң атай-әсәйемә тағы ла 4 баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Ғаиләлә оло бала булғас, гел генә туғандарыма нисек ярҙам итәйем икән, тип уйлай инем. Уларҙы үҙем ҡарап үҫтерҙем. Училищены 1983 йылда уңышлы тамамлап, Боғаҙы мәҙәниәт йортона методист булып эшкә ҡайттым, - тип үҙе хаҡында һөйләп алып китте ул.

- Беренсе мөхәббәтегеҙҙе лә шунда осраттығыҙмы?

- Эйе, Алабуғала уҡығанда буласаҡ тормош иптәшем Мансур менән таныштым, ул милиция мәктәбендә уҡып йөрөй ине. 1984 йылда өйләнештек. Ике яҡта ла гөрләтеп туй яһаныҡ. Бик матур ғаиләгә килен булып төштөм. Шул уҡ йылда Мансур Өфөгә юллама менән эшкә ҡайтты. Ҙур ҡалала ул ваҡытта фатир алыуы бик ауыр ине. Уйлаштыҡ та, Ишембай ҡалаһын һайланыҡ. Башта ике ай ҡунаҡханала йәшәнек. Ирем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса зҙләнеү бүлеге хеҙмәткәре, үҙем райондың мәҙәниәт бүлегендә методист булып эшләй башланым. Ауыл клубтарында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеү, районда концерттар ойоштороу, агитбригадаларҙа сығыш яһау – училище бөтөп кенә ҡайтҡан йәш ҡыҙға йөкмәтелгән эштәрҙең әле был яртыһы ғына. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, халыҡ беҙҙе йылы ҡабул итте. Хәтеремдә,тамашасы күңеленә мин Сара Садиҡова һүҙҙәренә яҙылған “Белегеҙ шуны” йыры менән килеп индем. Аҙаҡ “Эй, яҙмыш, яҙмыш”, “Туй күлдәге” йырҙарын башҡарыуымды халыҡ көтөп ала ине. Ә аҙаҡ, йәш йырсылар күбәйгәс, сәхнәнән айырылдым. Әммә бер ҡасан да йырҙы ташламаным.

- Ирегеҙ менән икегеҙ ике төрлө һөнәр эйәләре. Ғаиләгеҙҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға инеме?

- Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир, ти халыҡ. Мансурыма рәхмәтлемен. Ул миңә һәр яҡлап ярҙам итте, 34 йыл инде уның һөйөүен, ихтирамын тойоп йәшәйем. Ул хәҙер хаҡлы ялда, отставкалағы милиция майоры. Бер ваҡытта ла һүҙгә килешкәнебеҙ булманы, әле лә шулай. Хоҙай беҙгә ике бала бүләк итте. Хәҙер уларҙың икеһе лә Өфөлә йәшәй. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән - эшҡыуар, улыбыҙ Илсур - инженер. Мин тормошто, ул миңә бүләк иткән ҡәҙерле кешеләремде, балаларымды, туғандарымды, хеҙмәттәштәремде, эшемде, тыуған ерем Аҡтанышты, килен булып төшкән Ҡомлокүлде, йәшәгән ерем Ишембайҙы бик яратам.

- Буш ваҡытығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

- Халҡыбыҙҙың милли ашын - ғөбәҙиәне әҙерләп, туғандарымды, яҡындарымды һыйларға яратам. Йәйгеһен баҡсала йәшелсә-емеш, сәскә-гөлдәр үҫтерәм. Бәхетле олатай-өләсәй булып, ейәнсәребеҙ Айлинды һөйөп туя алмайбыҙ. Ә ғүмер көҙөнә килгәндә инде... Тос уңыштар бирҙе миңә быйылғы көҙөм. Һәр кемдең ғүмер көҙө шулай мул булһын!

Люциә Фәнил ҡыҙының эргәһенән сыҡҡанда бөтә донъяны ҡаплап алып, ап-аҡ ҡар яуа башлағайны. Ана шул саф, таҙа ҡар бөртөктәренә оҡшаттым мин геройымды!





Фото: автор.


Читайте нас: