Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2018, 02:00

Йәшәһен йолаларыбыҙ!

Ҡолғона ауылы мәҙәниәт үҙәгендә Шәриповтар ғаиләһе ҡатнашлығында "Ғаилә таланттары" исемле күркәм сара уҙҙы.

1 декабрҙә Ҡолғона ауылы мәҙәниәт үҙәгендә Шәриповтар ғаиләһе ҡатнашлығында "Ғаилә таланттары" исемле күркәм сара уҙҙы.


Шәриповтар сәхнә түренә тирмә ҡорҙо, самауыр ҡуйҙы, усаҡҡа ҡаҙан аҫты. Тирмә тирәләй балалар, килендәр һәм оло инәйҙәр урын алды. Улар боронғо тормошто, йолаларыбыҙҙы күрһәтте. Бер ерҙә килендәр аш бешерҙе, ҡорот ҡайнатты, берәүҙәре балаларҙы ҡымыҙ менән һыйланы. Ир-егеттәрҙең һунарҙан ҡайтыуын көтөп алдылар.


Артабан Шәриповтар ғаиләһе үҙҙәренең йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Ҡырҙан да ҡайтҡан туғандары сәхнә түренән сығыш яһанылар.



Фото: автор.


Читайте нас: