Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2018, 02:00

Һүҙҙәре үткер, күңелдәре рухлы

Салауат ҡалаһында “Һүҙ ҡәҙере” тип исемләнгән республика нәфис һүҙ бәйгеһе үтте. Унда һигеҙ райондан һәм ете ҡаланан 50-нән ашыу уҡыусы көс һынашты.

Салауат ҡалаһында “Һүҙ ҡәҙере” тип исемләнгән республика нәфис һүҙ бәйгеһе үтте. Унда һигеҙ райондан һәм ете ҡаланан 50-нән ашыу уҡыусы көс һынашты.


Сығыштарҙы СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова рәйеслегендә абруйлы жюри баһаланы. Һүҙ бәйгеһе бик ҡыҙыу барҙы. Кинйәбулат егеттәре Мортаза Ханнанов менән Динислам Ишембаев та, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто данын яҡлап, лайыҡлы сығыш яһаны. Телебеҙҙең матурлығын да, һүҙ көсөн дә улар сәхнәнән күрһәтә белде. Рәми Ғариповтың “Халҡыма” шиғырын һөйләп, Мортаза 2-се дәрәжә дипломменән бүләкләнде. Динислам Ишембаев иһә, Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан” шиғырын башҡарып, “Шиғри һүҙгә тоғролоҡ өсөн” номинацияһында еңде. Егеттәрҙең икеһе лә 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡый.

Тағы ла бер яҡташыбыҙ, шулай уҡ 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы Кинйәбулат ҡыҙы Камилла Дәүләтова ла һынатманы, ул ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы исеменән сәхнәгә күтәрелде һәм ошо уҡ номинацияла уңышҡа өлгәште. Балалар өсөн һөйөнөп ҡайттыҡ. Ошондай көслө рухлы, һүҙ көсөн, ҡәҙерен белгән йәштәребеҙ булғанда башҡорт теле бер ҡасан да юғалмаҫ.




Фото: автор.


Читайте нас: