24 ноябрҙә тап ошондай исем аҫтында үтте Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған сара. Кисәне изге заттар, оло йөрәкле әсәләр, бәхетле өләсәйҙәрҙән торған “Хәтирә” фольклор коллективы башлап ебәрҙе. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән был апайҙарҙың һәр сығышына, ташып торған дәрттәренә хайран ҡалырлыҡ. Ошо инәй-апайҙар донъяларын да бына тигән иттереп көтә, әсәй һәм өләсәй булараҡ үҙенең бурысын да үтәй, һәм шул уҡ ваҡытта ауыл тормошонда, мәҙәниәт йортонда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Уйлап ҡараһаң, әсә кешегә, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға ябай таштан түгел, ә алтындан һәйкәл ҡуйырлыҡ!