Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2018, 02:00

Ынйылар күп Этҡолда

“Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында Этҡол күп функциялы клубы һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп финалға сыҡты. Уның иң яҡшы ете клуб иҫәбенә инеүе барлыҡ район өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ.

“Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында Этҡол күп функциялы клубы һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп финалға сыҡты. Уның иң яҡшы ете клуб иҫәбенә инеүе барлыҡ район өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ.


Үткән аҙнала ауыл мәҙәниәт усағында Ғаилә йылын йомғаҡлап, бәпес туйҙарын билдәләүселәрҙе, күмәк балалы ғаиләләрҙе, тәрбиәгә бала алыусыларҙы, оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙарҙы саҡырып күркәм байрам сараһы уҙҙы. Этҡолдарҙың сығышын ҡарарға, клубтың эшмәкәрлеге, унда булдырылған шарттар менән танышырға Республика Халыҡ ижады үҙәгенән Эльмира Йәмлеханова ла килде.


Этҡол элек-электән таланттарға бай. Әлеге байрамда ла уларҙың сәхнә оҫталығына йәнә бер инандыҡ. Күңелгә үтеп инерлек итеп халыҡ йырҙарын башҡарыусылар булһынмы, оҫта бейеүселәрме, хатта мөнәжәт әйтеүселәре менән дә билдәле был төбәк. Мәшһүр йырсы Мәүлетбай Ғәйнетдинов та Этҡолдоң ғорурлығы. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереп яҡташтары һуңғы йылдарҙа йыр конкурсы уҙғарып килә.


Ауылда сабыйҙар тауышы тынмай икән, уның иртәгәһе ышаныслы. Балаларҙың донъяға килеүен этҡолдар ҙур ҡыуаныслы ваҡиға итеп ҡабул итә. Был юлы ла ғаиләләрҙе сәхнәгә саҡырып ҙурланылар. Тәүҙә Светлана менән Илгизәр Ихсановтар ҡыҙҙары Сәлимә һәм Мәликә менән күтәрелде. Этҡол егете менән Ҡанаҡай ҡыҙы ғаилә ҡороп бына тигән балалар үҫтереп донъя көтәләр. Ауылда ныҡлап төпләнеү өсөн йорт төҙөйҙәр, тиҙҙән өй туйларға ла ниәтләйҙәр.

Күп балалы ғаиләләре менән дә данлы был төбәк. Береһенән-береһе бәләкәй, һөйкөмлө балалары менән Рима һәм Рафиҡ Ҡаһармановтар алҡыштар аҫтында сәхнәгә күтәрелде. Ата-әсәйҙәренең йылы наҙына, иғтибарына сорналып был ғаиләлә Рөстәм, Рания, Раушания, Руслан, Рәил исемле улдар һәм ҡыҙҙар үҫә.

Тәрбиәгә бала алып уларға күңел йылыһын биреп үҫтереүсе оло йөрәкле кешеләр булыуы ла тормошобоҙҙо йәмләй. Байрамда ошондай изгелекле пар - Зилә менән Шәрәфетдин Аҫылғужиндар тәбрикләнде. Үҙҙәренең ике балаһы эргәһенә тағы ла дүртәүҙе тәрбиәгә алып һәр ҡайһыһын эшкә өйрәтеп, күңелдәренә изгелек орлоҡтары һалып үҫтерәләр. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса тоталар. Шәрәфетдин ағай Этҡол ауылы мәсетенең имам хатибы, Зилә апай хужабикә, өй усағын һаҡлай. Әйткәндәй, улар өләсәй, олатай булыу бәхетен дә татыған.

Көмөш туйҙарын билдәләүсе Гөлнара менән Илдар Әйүповтар, 50 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Мәрйәм менән Ғаммар Йәрмөхәмәтовтар ҙа биҙәне байрамды. Бындай матур парҙар этҡолда аҙ түгел. Уларҙы ҙурлау, йәштәргә өлгө итеп күрһәтеү маҡсатында ауылда байрамдар даими уҙғарыла. Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова ла үҙенең сығышында ошо хаҡта әйтте:

- Беҙҙең клуб буш торғаны юҡ. Әленән-әле төрлө саралар үтә. Ошондай күркәм ғаиләләр булыуы менән беҙ ғорурланабыҙ, уларға ҡарап һоҡланабыҙ. Ауылыбыҙҙы йәмләүсе ғаиләләр тағы ла ишәйһен, - тине ул һәм тәбрикләнеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.


Этҡолдарҙың байрамында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиеваның ҡатнашыуы ла сараның бәҫен арттырҙы. Ауылдың - ҡото, сәхнәнең йәме булған ғаиләләрҙе тәбрикләп, әлеге осрашыуҙың Әсә көнө алдынан уҙғарылыуы бик урынлы булыуын билдәләне. Әсәйҙәрҙе онотмаҫҡа, уларға ваҡытында иғтибар, ихтирам күрһәтергә, рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә саҡырҙы.

Бик күп исемдәр һәм наградалар эйәһе, районыбыҙҙың почетлы гражданины Мәрйәм Солтанова этҡолдарға һәр ваҡыт һоҡланыуы хаҡында белдерҙе һәм байрам ҡунаҡтарына моңло йырын бүләк итте.


Мәүжиҙә Шәмсетдинова етәкселегендәге “Емеш” бейеү ансамблен, йыр оҫталары Тәнзилә Аҫылгәрәева, Әлфиә Насироваларҙың сығыштарын халыҡ яратып ҡараны. Ә инде мөнәжәтсе Рәйлә инәй Ҡолмырҙинаның йәш-быуынға нәсихәтен йәштәр ҙә, ололар ҙа тын да алмай тыңланы. Уның һәр һүҙе йөрәккә үтеп инерлек ине.


Этҡол клубының “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсындағы финал концерты йөкмәткеле лә, күңелгә ятышлы ла килеп сыҡты. Яҡташтарыбыҙҙың яҡшылар араһында иң яҡшыһы булыуына ла ышанысыбыҙ ҙур.



Фото: автор.


Читайте нас: