Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2018, 02:00

Әсәйҙәр хөрмәтенә

23 ноябрҙә Алаҡай ауыл клубында Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара уҙҙы. Уҡыусы балалар ололар менән берлектә әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде.

23 ноябрҙә Алаҡай ауыл клубында Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара уҙҙы. Уҡыусы балалар ололар менән берлектә әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде.


Тамашасыларға бигерәк тә түбән класс уҡыусыларының сығышы оҡшаны, ҙур алҡыштарға күмделәр. "Гөрләүек " ансамбле башҡарыуында "Уяныр сәскәләр", шаян таҡмаҡтар яңғыраны. Флүрә Исламғолова "Миҙгелдәр" йыры менән халыҡ күңелен әсир итһә, һәүәҫкәр артистарыбыҙ бәләкәй сәхнә әҫәрҙәре менән тамашасыларҙың күңелдәрен күтәрҙе.




Фото: автор.

Читайте нас: