Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2018, 02:00

Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!

Әсәйҙәр көнө уңайынан Биксән мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!" тигән ярыш үтте. Күп бала тәрбиәләгән, егәрле, ҡыйыу, дәртле, йәмғиәт эштәрендә лә һынатмаған 24 йәштән алып 56 йәшкә тиклемге әсәйҙәр ҡатнашты унда.

Байрамды Ишембайҙа уҙғарылған "Йәш ғаилә" конкурсында ҡатнашып Гран-при яулаған Ибраһимовтар ғаиләһе асып ебәрҙе. Ярышта 2 команда ҡатнашты. 10 һынауҙан торған бәйгенең бигерәк тә "Оҫта ҡулдар", "Сәхнә йондоҙҙары", "Уңған хужабикә" этаптарын командалар береһенән-береһе оҫта итеп башҡарып сыҡты. Ярыш араһында "Хазина" ҡыҙҙар ансамбле, "Етегән" бейеү ансамбле сығыш яһаны.

Ҡыҙыу барған был бәйгелә ике команда ла 47-шәр мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде.

Фото: Биксән ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.

Читайте нас: