Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2018, 02:00

Иң йылы һүҙҙәребеҙ - әсәйҙәргә!

Ҡала мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған байрам тантанаһы уҙҙы. Сарала ошо изге, яҡты исемде йөрөткән әсәйҙәр, өләсәйҙәр йәнә бер тапҡыр данланды, ҙурланды.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған байрам тантанаһы уҙҙы. Сарала ошо изге, яҡты исемде йөрөткән әсәйҙәр, өләсәйҙәр йәнә бер тапҡыр данланды, ҙурланды.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин байрам менән ҡотлап, әсәлекте, балалыҡты яҡлауға күрһәтелгән иғтибарҙы билдәләне. Әлбиттә, ил, республика, район кимәлендә ғаиләләргә йүнәлтелгән ярҙам саралары күп төрлө. Мәҫәлән, урындағы ҡаҙнанан ике игеҙ сабыйҙары донъяға килгән ғаиләләргә - 50 мең һум, өс игеҙ балалары тыуғандарға 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр ҡаралыуы ла күрһәтелгән ярҙамдың бер өлөшө. Әйткәндәй, быйыл республикала өс игеҙ бала тыуыу күренештәре бишәү булһа, уларҙың береһе - беҙҙең районда.

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү ҙә әсәлек мәртәбәһен күтәреүгә йүнәлтелгән матур йола. Беҙҙең райондан ошондай юғары награда әлеге көндә 163 әсәгә тапшырылған.

Ишембайҙа маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ күркәм әсәйҙәр бик күп. Әлеге байрам тантанаһында төрлө номинацияларҙа байтаҡ гүзәл заттар сәхнә түренә саҡырып тәбрикләнде. Уларҙың барыһын да уртаҡ сифат – оло йөрәкле, бала йәнле булыуҙары берләштерә. Байрам уңайынан сәнғәт оҫталары бик матур концерт ҡуйҙы. Әсәйҙәрҙе данлаған йырҙар, шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.





Фото: автор.


Читайте нас: