Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2018, 02:00

Үрге Әрметтә татар мәҙәниәтенә бағышланған кисә уҙҙы

Күптән түгел Үрге Әрмет мәҙәниәт йортона татар халҡының мәҙәниәте менән танышыу маҡсатында Ишембай ҡалаһының махсус уҡытыу-тәрбиә училищеһы ҡыҙҙары ҡунаҡҡа килеп ҡайтты. Уҡыу йортоноң педагог-ойоштороусыһы Ләйсән Һөйөндөкова етәкселегендә килгән был татар ҡыҙҙарына мәҙәниәт йортоноң “Хәтирә” фольклор коллективы “Кис ултырыу” күренешен күрһәтте, татар халҡының көнкүреше, милли йолалары, кейемдәре тураһында һөйләне.

Ҡыҙҙар менән бергәләшеп “Йөҙөк һалыш” уйынын уйнаныҡ, йырланыҡ, бейенек, йомаҡтар әйтештек. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡыҙҙар үҙ туған телдәрендә ҡыйын һөйләшһәләр ҙә татарса әйтелгән йомаҡтарҙы аңлап иң беренсе яуап биреп ултырҙылар, татар халҡының милли гимны булған “Туған тел” йырын да бергәләп йырланыҡ. Матур милли кейемдәр кейгән был ҡыҙҙар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне - улар “Ҡаҙ ҡанаты” бейеүен бейеп күрһәтте, инәй-апайҙарға үҙ ҡулдары менән теккән ойоҡтар бүләк итте.

Һуңынан ауылыбыҙҙың аш-һыу оҫтаһы Рәмзиә Дауыт ҡыҙы татар халҡының милли ашханаһы менән таныштырҙы, татар халҡының ҡунаҡтарҙа ғына бешерә торған ризығы - “ғөбәҙиә” бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡунаҡ ҡыҙҙар үҙҙәре лә тик торманы, бергәләшеп ошо матур сараның уртаһында ҡайнанылар. Аҙаҡ иһә бергәләшеп ултырып сәй эстек.

Ошо ҡыҙҙарға халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәткән инәй-апайҙарға рәхмәтлебеҙ: бер-нисә сәғәт эсендә ҡыҙҙарҙы үҙ балаһылай яҡын күреп, аҡыллы, төплө кәңәштәр бирҙеләр. Моғайын, ҡыҙҙарҙың етемһерәгән, атай-әсәй наҙына һыуһаған күңелдәренә саҡ ҡына булһа ла йылы йүгергәндер. Һәр хәлдә, хушлашҡан ваҡытта ҡыҙҙарҙың да, инәй-апайҙарыбыҙҙың да күҙҙәрендә мөлдөрәмә тулы йәш ине.

Фото: автор.

Читайте нас: