Ул Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова саҡырыуы буйынса килгәйне. Башта балалар тыңлашмаған аяҡтарҙы тыпырҙатырға, ритмды, нескәлекте тойоу һәләттәрен асырға, һомғол кәүҙәне тура тоторға, һыуҙан йөҙөп киткән шикелле талғын йөрөргә өйрәнһә, аҙаҡ тотош бейеү хәрәкәттәрен иҫтә ҡалдырыу, күмәге бер бөтөн булараҡ хәрәкәт итеүҙе үҙләштерҙеләр. Зөлфиә Ҡудашеваның һәләтле балаларҙы айырып алып, Маҡар урта мәктәбе ҡыҙҙары өсөн яулыҡтар менән бейеү ҡуйырға ла иҫәбе бар. Һәр хәлдә, оҫта менән үткәргән бер нисә сәғәт балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, ғүмерлек һабаҡ булды.