Дәрес формаһында ойошторолған был кисәлә ауылыбыҙҙың дүрт йәш ғаиләһе ҡатнашты. Ата-әсәләр балалары менән бергә парта артына ултырып үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡаранылар. Мәҫәлән, туған тел дәресендә мәҡәлдең икенсе өлөшөн әйтеп бөтөрөү, балаларыңа ҡушҡан исемгә аңлатма биреү, математика дәресендә һанлы йомаҡтарҙы сисеү, педагогикала - бала тәрбиәләү алымдары, бала һәм ата-әсә араһындағы мөнәсәбәт буйынса ихлас фекерҙәр алышып, йәнле итеп аралашып ултырҙылар, уҡытыусының һорауҙарына яуап бирҙеләр.