Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2018, 02:00

Мәҙәниәт усағы йәнә гөрләне

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ремонттан һуң Көҙән ауыл мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ремонттан һуң Көҙән ауыл мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватаным мәҙәниәте” проекты сиктәрендә, шулай уҡ Ишембай муниципаль районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән бинаны төҙөкләү эштәренән тыш, заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалы, музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре, спорт тренажерҙары, инвентарҙар алынды, кабинеттар заманса йыһаздар менән тулыланды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин көҙәндәрҙе был матур ваҡиға менән тәбрикләп, социаль объекттарҙы ремонтлауға, яңыларын төҙөүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне һәм Көҙән мәҙәни усағының да һәр ваҡыт гөрләп эшләп тороуына, халыҡты туплап матур саралар ойошторолоуына ышанысын белдерҙе.

Клубты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты Илдар Тимерғәлиндың, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәеваның ҡатнашыуы ла сараны күркәмләне. Берлектә ҙур эш башҡарылыуын иғтибарға алып, улар ҙа мәҙәниәт йортоноң халыҡ күңелен йылытыусы үҙәк булыуын билдәләне.


Мәҙәниәт йорто асылыуының Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тап килеүе байрам хистәрен икеләтә арттырҙы. Төрлө телдәрҙәге йырҙар тыңлап, милли бейеүҙәр ҡарап, халыҡ матур ял, яҡшы кәйеф алып ҡайтты.

Әйтергә кәрәк, хәҙер көҙәндәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре лә киңәйҙе. Клубтың бер өлөшөндә өҫтәл теннисы, йүгереү юлы, велотренажер, көс тренажерҙары урын алды. Һуңғараҡ спорт ҡорамалдары ҡуйылған урынды бүлеп, махсус зал итеп эшләү маҡсаты ла ҡуйылған. Бынан тыш, спорт залында балалар өсөн өҫтәл хоккейы, өҫтәл теннисы уйнау мөмкинлеге бар. Ғаилә менән ял итергә килгән хәлдә бында һәр кем күңеленә ятҡан спорт шөғөлөн таба ала.


- Ауыл йәштәре лә был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Әле 17 егет күнекмәләргә яҙылды. 19 сәғәттән 22 сәғәткәсә тренажерҙар залына йөрөйҙәр. Хәҙер буш ваҡытты файҙалы итеп үткәреү мөмкинлеге тағы ҙурыраҡ, - тине ауыл хакимиәтенең спорт буйынса инструктор-методисы Әнүр Юнысов.


- “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватаным мәҙәниәте” проектына Көҙән мәҙәниәт йорто ла ҡушылды һәм Башҡортостандың 52 районынан 259 мәҙәниәт йорто араһында 15-ен һайлап алдылар. Улар араһында беҙҙең ауыл клубының да булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Мәҙәниәт йортона 1 миллион 360 мең һумлыҡ ремонт эшләнде, 1 миллион 841 мең һумлыҡ йыһаздар һатып алынды, - тине ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев.


Ҡышын ауыл халҡы йорт мәшәҡәттәренән бер аҙ арына. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараларға, спорт залдарына барырға ваҡыты ла иркенәйә. Йәмле, ҡотло клубҡа көҙәндәр хәҙер тағы ла йәнлерәк йөрөр әле.





Фото: автор.






Читайте нас: