Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2018, 02:00

Ағинәйҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар советы командалары ярышты

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Аҙнай клубында иҫ китмәле шәп тамаша булды. Ауылдың ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы көҙгө уңышҡа ҡағылышлы ярыш ойошторҙо.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Аҙнай клубында иҫ китмәле шәп тамаша булды. Ауылдың ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы көҙгө уңышҡа ҡағылышлы ярыш ойошторҙо.

Ике команда ла сәхнә түренән йәшелсә-емештәрҙең нисек үҫеүе, уларҙың ниндәй витаминдарға бай булыуҙарына арналған дүрт юллыҡ шиғырҙар менән сығыш яһаны. Ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ йырлашҡандан һуң башҡорт алфавитындағы хәрефтәргә йәшелсә-емештәрҙе һынап ярыштылар. Ағинәйҙәр командаһы еңеүсе булып сыҡты. Бер аҙ музыкаль тәнәфестән һуң командалар йәнә ярышҡа тотондо һәм үҫемлектәргә ҡағылышлы йырҙар йырлап ишеттерҙеләр. Был юлы ҡатын-ҡыҙҙар советы еңеүсе булды.


Ике команда ла бер-береһенә бүләктәр бирешеп, бешеренеп килгән бәлеш-баститтар менән табын ҡорҙо.




Читайте нас: