Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ноябрь 2018, 02:00

Маҡарҙар йәрминкәлә һатыу итте

Маҡар мәҙәниәт йортонда үткәрелеп килгән көҙгө йәрминкә матур бер йолаға әүерелде тиһәк, һис хата булмаҫтыр.Әле лә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләп мәҙәниәт йортонда ҙур йәрминкә ойошторолдо.

Маҡар мәҙәниәт йортонда үткәрелеп килгән көҙгө йәрминкә матур бер йолаға әүерелде тиһәк, һис хата булмаҫтыр.Әле лә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләп мәҙәниәт йортонда ҙур йәрминкә ойошторолдо.


Байрам сараһында ҡатнашыусы ауылдаштарҙы матур итеп биҙәлгән фойе күңелле көйҙәре менән ҡаршы алды. Буйҙан-буйға ҡуйылған өҫтәлдәрҙә ниндәй генә тауарҙар һатыуҙа юҡ ине: ит-һөт ризыҡтары, төрлө тәмлекәстәр, ҡамыр аҙыҡтары тиһеңме, хуш еҫле сәскә, йүкә, кәрәҙле балдары, күҙ яуын алырҙай төрлө төҫлө ептәрҙән бәйләнгән матур ойоҡбаштар, йөндән бәйләнгән йылы ойоҡтар, дебет шәлдәр тиһеңме, мунса йыуғысы, ҡайын миңлеген дә, сәскә атып ултырған гөлдәрҙе лә һатып алырға мөмкин ине бында. Йәрминкәлә Маҡарҙар ғына түгел Иҫәкәй, Һарғайҙың да уңған халҡы килеп ҡатнашыуы байрамдың бәҫен тағын да арттырып ебәрҙе.


Йәрминкәгә килеүселәрҙең күңеленә шулай уҡ “Тәмле булһын сәйегеҙ!” тип аталған матур сара ла хуш килгәндер, моғайын. Сәйҙәрҙең килеп сығышы һәм күп төрлөлөгө тураһында мәғлүмәт биргәндән һуң төрлө һорауҙар яңғыраны. Дөрөҫ яуап биреүселәргә берәр мәрәй биреп барып һуңынан еңеүселәр билдәләнде һәм хуш еҫле сәйҙәр менән бүләкләнделәр. Рамазанова Роза менән Мораҙымова Рәмзиә апайҙар үҙҙәре яһаған үлән сәйҙәренең серҙәре менән уртаҡлаштылар.


Йәрминкәгә килгән һатып алыусылар ҙа әйбер алып ҡына ҡайтып китмәне, төрлө тәмлекәстәр менән бергәләп сәй эсеп, хәл белешеп һөйләшеп тә ултырҙылар. Гөлнәзирә Иманғолова һәм Иҫәкәй ауылының һәүәҫкәр йырсыһы Рәмзиә Рәхимовалар башҡарған йырҙар ҙа ихлас алҡыштарға күмелде. Һуңынан бейеү көйҙәренә тыпырҙатып бейеп тә алды ауылдаштар.


Тамаша залында Әҡсән Мөхәмәтҡолов исемендәге музей хеҙмәткәре Авзал Аҙнабаев ауылдаштары ҡатнашлығында Маҡар ауылында төшөрөлгән “Салауат Юлаев” фильмын һәм “Ҡарға бутҡаһы” йолаһының видеояҙмаһын ҡарап та кинәнделәр.


Ғөмүмән, йәрминкәгә килеүселәрҙең барыһы ла ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләһе йылда ла бергәләп ошондай йәрминкәлә осрашырға яҙһын, тип таралыштылар.


Үҙ сиратыбыҙҙа йыл һайын ойошторолған йәрминкәлә ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙҙы телгә алып ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Бына ул уңған апай-һеңлеләр, өлгөр хужабикәләр: Лоҡманова Әҡлимә, Ғайнанова Динә, Мәүлетшина Әлфиә, Заһитова Рәмзиә, Хөббөтдинова Рәмилә, Мурашова Әминә, Алтынбаева Мәҙинә, Ғилманова Халиса, Хафизова Әлфиә апайҙар һәм егәрле килендәр Хәсәнова Әлфинур, Латыпова Рима, Ситдиҡова Гөлгөнә. Киләсәктә лә шулай һәр саҡ әүҙем, уңған, өлгөр булып ҡалығыҙ.



Читайте нас: