Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2018, 02:00

Сәхнә йәме булды ғаиләләр

Районыбыҙ кимәлендә конкурстарҙың төрлөһө үткәрелеп килә. Ғаиләң менән генә түгел, тотош ауылың, коллективың менән тырышып, тулҡынланып көтөп алғаны иһә, һис һүҙһеҙ, “Йәш ғаилә” конкурсы.

Районыбыҙ кимәлендә конкурстарҙың төрлөһө үткәрелеп килә. Ғаиләң менән генә түгел, тотош ауылың, коллективың менән тырышып, тулҡынланып көтөп алғаны иһә, һис һүҙһеҙ, “Йәш ғаилә” конкурсы.


Быйыл тамашасыларға был байрамды Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһенән Ибраһимовтар, Этҡолдан Байрамғоловтар, Яңы Һәйеттән Зәйнуллиндар, Ишембай һөнәри колледжы исеменән сығыш яһаусы Хәбировтар һәм мәғариф бүлеге данын яҡлаусы Яхиндар бүләк итте. Туғыҙынсы йыл рәттән ойошторолған конкурс һынауҙары ятлап бөтөлһә лә, һәр ғаилә үҙенә күрә бер үҙенсәлек, һәләт менән алдыра.


Фойела буйҙан буйға эленгән шәжәрәләр, ғаилә фотолары, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр ҡаршы алды, ә Яхиндар хатта тирмә ҡороп ҡуйған. Бына ошо ғаилә күргәҙмәһендә дөйөм дәртте, сәмде самалайһың да инде. Ҡатнашыусы ғаиләләрҙең ауыл Советы, хеҙмәттәштәре ярҙамына таяна алыуы, машина-машина көйәрмәндәр килеүе ниндәй матур күренеш! Был йәһәттән уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.


- “Йәш ғаилә” конкурсында ҡатнашыу күптәнге хыял ине. Балалар әҙерәк үҫә бирһен тинек, унан инде өсөнсөгә ҡыҙыбыҙ Илзирә тыуҙы. Беҙгә туғандар ҙур ышаныс бағлап ҡалды, бигерәк тә ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәтем ҙур. Ҡулдан килгәнсә ярҙам иттеләр, - ти Яңы Һәйеттән Зөлхизә Зәйнуллина. Бына бит, дәрт булһа, юл алыҫлығы ла, балаларҙың береһенән-береһе бәләкәй булыуы лә кәртә түгел.

Үҙҙәре менән таныштырыу, балалар сығышы, аш-һыу оҫталығына һынау – ғаиләләр конкурс этаптарының барыһына ла әҙер ине. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған парҙарҙың бергә йыр һуҙыуы, Лилиә менән Айнур Яхиндарҙың улдары Айгиз менән Рамазан кеүек артистарса оҫта уйнау, Гөлназ менән Илшат Хәбировтарҙың ҡыҙы Гөлназдың ансамбле менән бергә тамашасыны ла “бейетеүе”, һанай китһәң, һәр сығыш үҙенсә матур, йылы ине. Ә бер туған Данил, Руслан, Радмир Ибраһимовтар башҡорт бейеүен башҡарғанда бөтә тамашасы кинйәләре Радмирға ғына сәпәкәйләгәндәй булды – өс йәшлек малай ағайҙарынан бер ҙә генә ҡалышырға уйламаны!

Ғаиләләр күңел һалып бешереп килтергән ризыҡтарҙы ла спектаклгә торош сығыштар менән тәҡдим итте. Башҡорт балы, тултырылған ҡаҙ, үҙең тотҡан балыҡ, бишбармаҡ, бауырһаҡ – тырышҡан парҙар!




Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 87-се һанында (30.10.2018) уҡығыҙ.




Фото: автор.





Читайте нас: