Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2018, 02:00

Һай, үҙебеҙҙең уңған ауылдаштар!

Уҙған шәмбе Үрге Әрметтәр гөрләтеп йәрминкә үткәрҙе. Үткән йылда уҡ башланып киткән “Көҙгө муллыҡ” байрамы быйыл да дүрт округ араһында үтте.

Уҙған шәмбе Үрге Әрметтәр гөрләтеп йәрминкә үткәрҙе. Үткән йылда уҡ башланып киткән “Көҙгө муллыҡ” байрамы быйыл да дүрт округ араһында үтте.

Әрмет ауылы округтарға бүленгән. Һәр береһенең үҙ депутаты бар. Депутаттар үҙ округтары менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, ауылыбыҙҙа бик матур байрам ойошторҙолар.

Конкурс шарттарына ярашлы һәр округ ҡул эштәре күргәҙмәһе, бәрәңгенән әҙерләнгән ризыҡтар төрлөлөгө һәм йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Бынан тыш ауылыбыҙҙың уңғандары төрлө ризыҡтарҙы йәрминкәгә һатыуға алып сыҡты.

Нимә генә юҡ ине һатыуҙа: яңы ғына һуйылған һарыҡ ите, өйрәк һәм ҡаҙ, һөт ризыҡтары, мейестә бешкән йомро икмәк, майы ағып торған селтәрле ҡоймаҡ... Зинфира Ғайнанова хатта былау менән манты бешереп килтереп арыу ғына төшөм дә алды.

Һәр ваҡыттағыса йәрминкәне уҡытыусы Рәмиҙә Рәхимованың һәм 7-се округ апайҙарының йәшелсәләрҙән күҙ нурҙарын түгеп, фантазия менән эшләгән һындары биҙәне.


Ниндәй байрам балаларҙың сығышынан башҡа үтһен инде. Был юлы ла улар йәшелсәләр тураһында шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап сараны тағы ла күркәмләндереп ебәрҙеләр.


“Көҙгө муллыҡ” байрамында абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Ишембай районы мәҙәниәт бүлегенең өлкән методисы Ирина Ходырева менән методист Люциә Зарипова сараның бик матур ойошторолоуон, ошондай байрамдарҙың халыҡты берҙәмләштереүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.


Һәр береһе лә бик матур әҙерләнгән ине, әммә 7-се округ (депутаттары Рима Фәтҡуллина) ҡатын-ҡыҙҙарына етеүсе булманы. Был уңған апайҙар бәрәңгенән генә 41 төрлө ризыҡ бешереп килтергәйне! Ә уларҙың сәхнәләге оҫталыҡтарын күрһәгеҙ! Темаһына ҡарап шиғырын да, йырын да тапҡандар. 10-сы округ та уларҙан ҡалышманы.


Мәғариф отличнигы булған Гөлшат Ғаззали ҡыҙы рәйеслегендәге абруйлы жюри бер кемде лә ситләтмәне, һәр округты төрлө номинацияларҙа билдәләп үтте. 7-се округ - "Бар яҡтан да уңғандар", 8-се округ - “Дәртле йәштәр", 9-сы округ - "Йор һүҙле, дәртле хужабикәләр", 10-сы округ "Уңған аш-һыу оҫталары” булып танылды.


Иң һуңынан Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев ошо йәрминкәне ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә актив ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Йәрминкә гөрләп үтте лә китте, ә күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалды.



Фото: автор.



Читайте нас: