Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2018, 02:00

Рәхмәт һеҙгә, гимназистар!

20 октябрҙә Һайран мәҙәниәт йортонда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сыгыш яһаны.

20 октябрҙә Һайран мәҙәниәт йортонда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сыгыш яһаны.

"Алтынай" бейеү коллективының сағыу, дәртле бейеүҙәре һәм сая, рухлы көр тауыштары менән сығыш яһауҙары, арҙаҡлы шәхестәрҙең образдарын кәүҙәләндереү оҫталыҡтары менән дә тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙылар. Афарин, һеҙгә уҡыусылар!


Байрам сараһын ойоштороусыларға, гимназия директоры Әлфис Фәйзуллинға һәм уҡытыусыларға Һайран ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да ошо төп йүнәлештә эштәрен дауам итеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.



Фото: автор.


Читайте нас: