Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев халыҡты байрам менән ҡотлап, быйыл эшләнгән эштәр һәм киләсәккә пландар менән таныштырып үтте. Ул шулай уҡ күптән түгел яҙыусы Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән район-ҡала шиғыр һөйләүселәр конкурсында призлы урындар яулаған егет-ҡыҙҙарға маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырҙы.